Рух
+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе» конкурсы старт алды

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 2016 йылдан алып йыл һайын Бөтә Рәсәй «Йыл ғаиләһе» конкурсының республика этабын үткәрә. Уның маҡсаты - ғаиләнең, уның традицион ҡиммәттәрен, ата-әсәй яуаплылығын йәмғиәттәге әһәмиәтен күтәреү, уны пропагандалау.

Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе» конкурсы старт алды
Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе» конкурсы старт алды

Быйыл конкурс ете номинация буйынса үткәрелә: «Алтын ғаилә»; «Ауыл ғаиләһе»; «Күп балалы ғаилә»; «Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә»; «Ватанды һаҡлаусы ғаилә», «Спорт ғаиләһе» һәм «Тәрбиәгә алған ғаилә».

«Алтын ғаилә», «Ауыл ғаиләһе», «Күп балалы ғаилә», «Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә», «Ватанды һаҡлаусы ғаилә» номинациялары буйынса конкурстың республика этабында еңеүселәр федераль этапта республика исеменән сығыш яһай. Йыл һайын федераль этапта еңеүселәр иҫәбендә Башҡортостандан ғаиләләр бар.

Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы йыл һайын Кремлдә үтә.

Әлеге ваҡытта конкурстың муниципаль этабы старт алды, ул 25 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Конкурсты Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылында уҙғарыу - беҙҙең йәш быуын өсөн өлгө булып торған ҙур һәм татыу, күп быуынлы, әүҙем, уңышлы ғаиләләрҙең күпме булыуын һөйләү мөмкинлеге ул.

Конкурсты үткәреү тураһында положение менән рәсми рәүештә министлыҡ сайтында танышырға мөмкин: https://clck.ru/3SiwTP 

Автор:
Читайте нас