«Территорияны тотороҡло үҫтереү программаһы етәксеһе» тигән программа ҡурсаулыҡтар, геопарктар һәм экология тураһында хәстәрлек күреүсе компаниялар хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләнгән. Уҡытыу рус һәм инглиз телдәрендә алып барыласаҡ.
Тыңлаусылар өсөн төп бонус - Малайзиялағы практика. Улар Борнеола бер юлы туғыҙ парк менән идара иткән Билдәле «Саба паркс» ойошмаһында эшләй аласаҡ. Был территория уникаль: «ЮНЕСКО-ның өсләтә тажын» йөрөтә (бер юлы өс абруйлы статус).
Программала лекциялар ғына түгел, алдынғы тикшеренеүҙәр ҙә бар. Ғалимдар махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә туристик ағымдарҙы моделләштереү өсөн яһалма интеллектты ҡулланырға ниәтләй. Был туристар күп булғанда ла тәбиғәтте һаҡларға ярҙам итәсәк.
Башҡортостан хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, проект Көньяҡ-Көнсығыш Азияға тәҙрә аса. «Был донъя тәжрибәһенә инеү һәм үҙенбеҙҙең эшләнмәләр менән Малайзия коллегалары менән уртаҡлашыу мөмкинлеге», — тип аңлатма бирҙе беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев.