Рух
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә - ил ҡото
10 Февраль , 12:01

Радий Хәбиров иғлан иткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ғаилә уйындары әһәмиәтле

Шишмә районында «Яңы йыл ғаилә уйындары» төбәк этабы үтте. Унда Башҡортостандың татыу һәм ныҡлы ғаиләләренән 69 команда ҡатнашты!

Радий Хәбиров иғлан иткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ғаилә уйындары әһәмиәтле
Радий Хәбиров иғлан иткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ғаилә уйындары әһәмиәтле

Беҙҙең райондан Талбазынан Рузил, Розалина һәм Амур Ғөбәйҙуллиндар көс һынашты. Улар мәктәп һәм муниципаль һайлау этаптарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Әйткәндәй, был күп балалы ғаилә, унда биш ир-азамат үҫә.

Дүрт этаплы эстафетала Ғөбәйҙуллиндар татыу, берҙәм икәнлектәрен иҫбатланы.

- Иң мөһиме - бергә булыу, командала һынауҙарҙы берҙәм үтеп сығыу, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлау, ярҙам тойоу. Беҙ йүгерҙек, йығылдыҡ, ҡабат торҙоҡ, борсолдоҡ, бер-беребеҙҙе ярҙамдан ҡалдырманыҡ, дәртләндерҙек: «Әйҙә, һин булдыра алаһың! Беҙ эргәлә!» Был беҙҙең өсөн дә, улыбыҙ өсөн дә онотолмаҫлыҡ хистәр. Шулай уҡ беҙҙе урамда тәмле былау һәм ҡайнар сәй менән һыйланылар, – тип һөйләне Розалина Ғөбәйҙуллина.

 

«Яңы йыл ғаилә уйындары» 2019 йылдан үткәрелә. Башҡортостанда Радий Хәбиров иғлан иткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ул айырыуса әһәмиәткә эйә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм берҙәмлек символына әүерелде.

Радий Хәбиров иғлан иткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ғаилә уйындары әһәмиәтле
Радий Хәбиров иғлан иткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ғаилә уйындары әһәмиәтле
Радий Хәбиров иғлан иткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ғаилә уйындары әһәмиәтле
Радий Хәбиров иғлан иткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ғаилә уйындары әһәмиәтле
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас