Төрөмбәт урта мәктәбенә башлап эшкә килгәс, мине 7-се синыфҡа класс етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Класымдан уңдым тиһәм дә була. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, улар менән тиҙ үк уртаҡ тел таптым. Мин уларҙы өйрәтһәм, улар мине өйрәтте. Ниндәй генә саралар үткәрмәй инек! Милли йолаларҙы инсценировкалау, һәр төрлө байрамдарға концерт номерҙары әҙерләү, предмет аҙналыҡтары үткәреү, йәй көнө походҡа, экскурсияға сығыу һәм башҡалар. Шөкөр, уҡыусыларымдың һәр береһе әлеге көндә өлгөлө ғаилә башлыҡтары, хәстәрлекле әсәй, эштәрендә абруйлы хеҙмәткәр. Улар араһында уҡытыусылар, медицина өлкәһендә эшләүселәр, фермерҙар, юристар һәм башҡа һөнәр кешеләре бар. Бер-нисә йыл элек мәктәпкә осрашыуға йыйылдыҡ. Уларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары күреү миңә лә ҡыуаныс өҫтәне. Иң мөһиме- мәктәп йылдары улар күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырған, уларҙың уртаҡлашыр , һөйләр һүҙҙәре бар.
Әле лә хәтеремдә, класым менән тәүге танышыуымда уҡ оҙон ҡара толомло, ғәжәп мөләйем ҡыҙ иғтибарымды йәлеп итте. Тырыш, әүҙем Розалия исемле уҡыусым ярҙамсыллығы, илгәҙәклеге менән дә айырылып торҙо. Мәктәп, район күләмендәге спорт ярышымы, мәҙәни саралармы - Розалия һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булды.
Атаһы- Әхмәт Миҙхәт улы мәктәптә уҡытыусы булып, әсәһе- Гөлгөнә Мирғәли ҡыҙы колхозда кадрҙар бүлегендә эшләне. Әхмәт Заһитов Төрөмбәттә милли көрәш секцияһы алып барҙы, бер-нисә быуын район, зона, республика еңеүселәрен тәрбиәләүгә иреште. Башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен уҡытты, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып та эшләне талапсан уҡытыусы.
9сы кластан һуң Розалия Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, 1999 йылда тыуған районына эшкә ҡайта. Талбазы башҡорт гимназияһының саҡ асылып торған мәле. Бер төркөм йәш уҡытыусылар белем усағының эшен дөрләтеп ебәрә. Райондың төрлө ауылдарынан килгән балаларҙың һәләттәрен асыу, уҡытыу-тәрбиә эштәре йәш коллективтың иңенә төшә. Розалия Әхмәт ҡыҙы тиҙ арала ата-әсәләр, уҡытыусылар коллективы араһында абруй ҡаҙана. Класында белем сифатының юғары булыуы, олимпиада, конкурстарҙа балаларҙың алдынғы урындарҙы яулауы - уҡытыусының эшенә яуаплы ҡарауының һөҙөмтәһе ул.
Розалия Әхмәт ҡыҙының Хоҙай тарафынан бирелгән дикторлыҡ һәләте бар. Тасуири уҡыу буйынса гимназияла түңәрәк етәксеһе булып әллә күпме һәләттәр асты. Уның уҡыусылары ҙур конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Гимназия, район мәҙәни сараларының оҫта алып барыусыһы ул Розалия Заһитова.
Әлеге көндә Ауырғазы районының «Альтаир»балалар үҙәгендә «Нәфис һүҙ оҫтаһы» ижади берләшмәһен етәкләй. 2-10-сы класс уҡыусылары бик теләп йөрөйҙәр был түңәрәккә. Гимназияла үткән сараларҙы алып бара, төрлө конкурс- бәйгеләрҙә ҡатнашалар. 2004 йылда уҙған Республика Сәсәндәр бәйгеһендә һәүәҫкәр башҡарыусылар араһында беренсе урынды яулай остаздары.
Ҡатын-ҡыҙ - тулы ғаиләһе булғанда ғына бәхетле булалыр.
Мәктәп йылдарындағы дуҫлыҡ, мөхәббәт хистәренә әүерелеп, Розалия менән Урал Йәлиловтарҙың яҙмыштарын бергә бәйләй. Аллаһы тәғәләнең «бер матурға-бер матур» тигән мәленә тура килгәндер был һоҡланғыс пар.
Урал Нил улы бәләкәйҙән спорт яратып үҫә. Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлап, Талбазы башҡорт гимназияһына эшкә урынлашып, әлеге көнгәсә гимназия уҡыусыларында сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиәләй.
Уҡыусыларына ла, үҙенә лә талапсан уҡытыусының хеҙмәт дәүерендәге уңыштары һанап бөткөһөҙ. Хәйер, уҡытыусының һәр үткәргән дәресе, балаларҙың спортҡа ынтылып тороуы - үҙе үк ҙур ҡаҙаныш. Был уңайҙан гимназия уҡыусылары ла, ата-әсәләр ҙә, етәкселек тә уңды. Уҡыу йортонда спортҡа иғтибар ҙур: һәр бала үҙе яратҡан спорт төрөн һайлап алып шөғөлләнә ала - милли көрәш, каратэ, еңел атлетика һәм башҡалар. Урал Нил улы милли көрәш буйынса район, республика ярыштарында баш судья вазифаһын башҡара. Был эш оҫталыҡ ҡына түгел, ғәҙеллек, намыҫ, теүәллек сифаттарын да талап итә.
Һуңғы йылдарҙа мәктәпкә килеүсе йәштәр бөтөнләй юҡ кимәлендә, быға эш хаҡының түбән булыуы ғына түгел, замана балалары менән эшләү ҡатмарлығынан ҡурҡыу ҙа бар. Эйе, уҡытыусы эше етди һөнәр. Үҙ предметыңды яҡшы белеү беренсе сиратта булһа, балалар психологияһын аңлау, уларҙы яратыу, шәхес итеп күрә белеү мотлаҡ. " Йылдың-йылы балалар үҙгәрә, улар хәҙер күпте белеп беренсе класҡа килә. Уҡытыу-тәрбиә мәсьәләһендә лә талаптар арта, ти Розалия Әхмәт ҡыҙы. -Уҡыусыларымды бер-ике көн күрмәһәм дә һағынып өлгөрәм." Шулай, уҡытыусы булып тыуырға кәрәктер." Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы" -Розалия Йәлилова тап шундайҙарҙың береһе лә инде.
Атай-әсәй балаһын мәктәпкә алып килгәндә уҡытыусыға ҙур өмөттәр бағлай. Нисек уҡып китер балаһы, ниндәй тәрбиә алыр, урта һәм юғары кластарҙа уҡыуға ла башланғыс кластарҙа нигеҙ һалына бит. Атай-әсәй теләген яҡшы аңлай уҡытыусы. Шуға ла, һәр балаға айырым иғтибар бирә, уҡырға, яҙырға, уйларға өйрәтә, һәләтен үҫтерә. Розалия Әхмәт ҡыҙы уҡыусыларында туған телгә ихтирам тәрбиәләй. Улар өсөн сыҡҡан республика матбуғат баҫмаларында әкиәттәр, мәҡәләләр, шиғырҙар менән йыш сығыш яһай уҡыусылары ."Йәншишмә" , "Аманат", "Аҡбуҙат"- балаларҙың яратҡан гәзит-журналдары. 2014, 2022 йылдарҙа Розалия Йәлилова " Йәншишмә" гәзитенең "Йыл лауреаты" исеменә лайыҡ булды. "Һәр төрлө конкурстарҙа уҡыусылар теләп ҡатнаша. Шиғырҙар ятлап, видеолар төшөрәбеҙ, онлайн- конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ,- тип һөйләй Розалия Әхмәт ҡыҙы.- Был сараларҙа ҡатнашыу уҡыусыларҙа үҙ-үҙенә ышанысын арттыра, киләсәктә ҙурыраҡ еңеүҙәргә булышлыҡ итә. Башҡорт теленең нескәлектәрен аңларға, телде белергә, телмәр үҫтерергә ярҙам итә." Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына "Йәншишмә "гәзите ойошторған "Яратам мин телемде" видеоконкурсында Розалия Йәлилованың 2 се класс уҡыусыһы Әҙилә Аҙнабаева икенсе урынды яулаған. Районда йыл һайын уҙғарылып килгән "Фәнгә старт" ғилми-ғәмәли конференцияһында ла Розалия Әхмәтовнаның уҡыусылары призлы урындар алыуға ирешә. Төрлө яҡлап балаларҙы үҫтереүгә ҙур көс һала уҡытыусы. Йыр-бейеүгә өйрәнеү, һүрәт төшөрөү, спорт , ижад итеү - барыһы ла мөһим һәм кәрәк. Баланың уңышлы уҡыуы, үҫеше ата-әсәләрҙең мәктәп менән тығыҙ бәйләнеше булғанда ғына мөмкин. "Атай-әсәләр һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға ғына торалар, улар менән эшләүе бер ҡыуаныс",- ти уҡытыусы.
Розалия менән Урал Йәлиловтар татыу ғаиләлә өс бала үҫтерә. Өлкән улдары Азамат Ишембай нефть колледжын тамамлап Өфөлә эшләй. Ҡыҙҙары Лиана гимназияның 10-сы класында, кесе улдары Данис 1-се класта уҡый. Лиананың уңыштарына атай-әсәһе бигерәк тә һөйөнә. Ул тырыш уҡыусы, нәфис һүҙ оҫтаһы ғына түгел, үҙен фән өлкәһендә лә һынап ҡараған ҡыҙ. 2023 йылда Мәскәүҙә "Бөтә Рәсәй Вавилов уҡыуҙары"нда , Ҡазан ҡалаһында "Ҡәйүм Насыри уҡыуҙарында"химия һәм биология буйынса ғилми эштәр менән сығыш яһап призлы өсөнсө урын алды, шулай уҡ экология буйынса республика олимпиадаһы еңеүсеһе булды. Күптән түгел бер төркөм гимназия уҡыусылары менән А.М. Терентьев исемендәге экологик конференцияға барып, абруйлы ғалимдар алдында фәнни проекттар менән сығыш яһап ҡайттылар. Артабан да уңыштар юлдаш булһын һиңә, Лиана.
Розалия менән Урал Йәлиловтар тыуған ауылы Төрөмбәткә ата-әсә йортона йыш ҡайта. Ауылдаштары, райондаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған улар. Тыуған ауылында үткәрелгән һабантуйҙарында, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Әхмәт Миҙхәт улы иҫтәлегенә йыл һайын Төрөмбәт мәктәбендә көрәш буйынса ярыштар үтә.
Уҡыусыларыңдың уңыштары тураһында яҙыу һөйөнөс. Уларҙың тормошта үҙ юлын табыуына, эштәренең көйлө барыуына ҡыуанаһың, сөнки уҡыусың ул һинең хеҙмәтеңдең бер өлөшө.