Ул театрлаштырылған “Туй йолаһы” менән башланды. Ике ғаиләлә яңы тыуған сабыйҙарға атайҙары“ҡолаҡ тешләтергә” һүҙ бирешәләр. Йәрәшелгән егет менән ҡыҙ үҫеп етә, бына инде сәхнәлә - килен төшөрөү мәле. Матур милли кейемдәрҙә ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, апай-еңгәйҙәр, балалар борондан килгән туй ғәмәлдәрен башҡаралар. Шундай изге, күркәм халыҡ йолалары тамашасылар күңеленә хуш килде, алҡыштарға күмелде.
Районда күп бала тәрбиәләгән өлгөлө ғаиләләр күп. Уларҙы ла билдәләп үттеләр. Мораҙымдан Иштуғановтар, Большаковтар, Михайловканан Теләүембәтовтар, Төрөмбәттән Ғәлимовтар, Таһировтар, Талбаҙы ауылынан уҡытыусылар ғаиләһе Йәлиловтар, Түрһәгәҙенән Сатлыковтар, Нуғаҙаҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Сөләймән ауылынан Салауатовтар, Үтәймулланан Ғәлимовтар, Хәсәновтар ғаиләләренә бүләктәр бирелде.
Был ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар уҡыуҙа, спортта ҙур уңыштарға өлгәшә, ата-әсәләре лә төрлө өлкәлә уңышлы кешеләр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаилә башлығы ла, кейәүҙәре лә бар араларында. Мәҫәлән, Теләүембәтов Рәфис үҙе лә Афған һуғышы ветераны, «Урал» ауыл хужалығының алдынғы механизаторы. Тормош иптәше Ольга менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Оло кейәүҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Биш бала тәрбиәләгән Салауат Таһиров та ҡыҙыу нөктәлә. Киләсәктә был ир-егеттәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Тылдағылар ҙа уларға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеүҙә әүҙемдәр.
Кисәне музыкаль яҡтан «Шатлыҡ» өлгөлө бейеү ансамбле (етәкселәре Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альбина Йәлилова), Мораҙым ауылынан «Гөлнәзирә», Үтәймулланан «Миләш» вокаль ансамблдәре, йырсылар Иншар Вәлитов, Физалиә Кәлимуллина, Айнур Сәйфетдинов, Гөлсәсәк Усмановалар биҙәне.
Айгизә һәм Иншар Вәлитовтарҙың өс улдары менән бергә ғаилә тураһында башҡарған йыры йомғаҡлау номеры булды.
Тамашасылар йөкмәткеле, сағыу, ысын күңелдән һәм юғары кимәлдә ойошторолған кисәне ихлас ҡабул итте, рәхмәттәрен еткерҙе. Афарин ойоштороусыларға! Йолаларыбыҙ, ғаилә ҡиммәттәре һәр быуында һаҡланып ҡалһын, өй йылыһы һәр кемде көтөп торһон!