1964 йылдың 28-се февралендә Сания һәм Әбделхәй Иҫәнбаевтар ғаиләһендә улдары Филхәт донъяға килә. Уның тормош юлы тыуған ауыл һәм колхозы менән тығыҙ бәйләнә. 1971-1981 йылдарҙа Мораҙым урта мәктәбендә урта белем алғас, 1981-1982 йылдар Стәрлетамаҡ районының «Беренсе Май» һөнәрселек училищеһында шоферлыҡҡа уҡый, колхозда слесарь булып хеҙмәт юлын башлай. Семиплатинск өлкәһендәге хәрби һауа ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәт бурысын үтәй.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, 39 йыл туған колхозында шофер булып эшләй. Беренсе эш машинаһы -80-72 БАМ номерлы ГАЗ-53 бортлы йөк машинаһы.
“Һыуыҡ ғинуар айы булһа ла, ремонт эштәрен оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙ арала колхоз шоферҙары араһында үҙ “егет” булып китте. Ул осорҙа колхозда ГАЗ машиналары күп, ҡыш көндәре таң менән колонна теҙелешеп, йә Дәүләкәнгә комбикормаға, йә Мәләүезгә ашламаға, шәкәр ҡомона, ә инде ял көндәре етһә, Аҡкүл станцияһына яғыулыҡ килгән - мәктәп өсөн ташкүмергә, халыҡҡа брикеткә юлланалар ине. Район үҙәгенән йыраҡ торғас, ҡышын юлдарҙы ҡар һырынтылары ҡаплай, шул саҡта оло шофер ағайҙарыбыҙ Филхәткә беренсе булып юл һалырға ҡушалар ине. Һалдат хеҙмәтенән яңы ғына ҡайтҡан Филхәттең саялығы ла булғандыр, шулай уҡ артҡы күсәрендә ГАЗ-66 вездеходынан ҡуйылған редуктор булыуы ла ярҙам иткәндер, ысынлап та, барыбыҙҙы ла аптыратып, тирә яҡҡа бульдозер кеүек ҡар һиптереп капотҡа етәрлек яңы ҡарҙарҙы бәреп сығып юл асыр ине. Уның артынан бар машиналар ҙа йырып сыҡҡас, оло ағайҙарыбыҙ: “Ай, “отчаянный”һың да бит,” - тип маҡтап арҡаһын ҡағалар”, - тип яҙа ауылдашы тураһында Факил Дилмөхәмәтов.
Филхәт Әбделхәй улы һәр ваҡыт эшенә яуаплы ҡараған, ышаныслы, автомашинаһы һәр саҡ төҙөк, таҙа, үҙе инде һәр саҡ ыҫпай кейенеп йөрөгән шоферҙарҙың береһе булып ҡала. 2020 йылда ауырыуҙан һуң, табибтар инвалидлыҡ юлларға һәм еңел эшкә күсергә тип ҡәтғи ҡарар сығаралар. Хәҙер яңы УАЗ “буханка”ла механизаторҙарҙы эшкә алып бара, ваҡытында төшкө һәм киске ҡайнар аш менән тәьмин итә, сөгөлдөр тапшырыу ваҡытында хисапсы эше лә өҫтәлә.
Филхәт Иҫәнбаев күп йыллыҡ, маҡтауға лайыҡ эше өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, район һәм колхоз идараһының күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Филхәт Әбделхай улы ышаныслы ир, хәстәрлекле атай һәм олатай, өлгөлө өй хужаһы. Тормош иптәше Резеда Марс ҡыҙы менән 37 йылдан ашыу бер-береһенә терәк булып, ярты һүҙҙән аңлашып бәхетле ғүмер кисерәләр. Ғафури районы ҡыҙы Резеда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғәт-география факультетын тамамлағас, ауылға юллама буйынса уҡытыусы булып эшкә килә һәм шунда тороп ҡала.
Резеда һәм Филхәт Иҫәнбаевтар өс улға - Әлфир, Азамат һәм Ильясҡа - ғүмер биреп, оло тормош юлына сығаралар:. Өс ейән һәм ейәнсәрҙәренә һөйөнөп йәшәйҙәр.