Рух
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә - ил ҡото
20 Март 2023, 12:14

АУЫЛДА БӘПЕСТӘР КҮП ҮҪҺЕН!

Лилиә һәм Рифат Дауытовтар бәпес туйы үткәрҙе. #Айыҡауыл2022#Трезвоесело2022 #Турсугали#Ауырғазырайоны #Аургазинскийрайон#Всемирныйкурултайбашкир

АУЫЛДА БӘПЕСТӘР КҮП ҮҪҺЕН!
АУЫЛДА БӘПЕСТӘР КҮП ҮҪҺЕН!

Түрһәгәҙе ауылында йәшәүсе Дауытовтар - күп балалы ғаилә. Улар ике малай, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Иң өлкәне Илфат инде һигеҙенсе класта уҡый, көрәш секцияһында уңышлы шөғөлләнә. Айгүзәл ҡыҙҙары дүртенсе класс уҡыусыһы, улдары Илдус беренсе класта уҡый. Ә иң кескәй ҡыҙҙарына Айлина тип исем ҡуштылар. Ғаилә дәүләттән субсидия ярҙамы алды, матур ҙур йорт һалып сыҡты. Рифат - механизатор, ә Лилиә - мәктәптә ашнаҡсы, әле декрет ялында. 

Бәпес үҫтерергә олатай, ике өләсәй, туғандар, күрше-тирә килде. Кескәйгә һамаҡтар, теләктәр әйтеп, ғаиләгә именлек, бәрәкәтле тормош, балаларҙың һау-сәләмәт һәм итәғәтле булып үҫеүҙәрен теләнеләр.

Ауылда бындай йола байрамдары иҫерткес эсемлектәрһеҙ, халыҡ традицияларына нигеҙләнеп үткәрелә. Улар йәштәргә сәләмәт тормош рәүеше өлгөһө булып тора.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас