Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ОЛО ЮБИЛЕЙЫН ҮТКӘРҘЕ

Ошо көндәрҙә хеҙмәт ветераны Менәүәрә Ғәлиуллинаға  95 йәш тулды

ОЛО ЮБИЛЕЙЫН ҮТКӘРҘЕ
ОЛО ЮБИЛЕЙЫН ҮТКӘРҘЕ

Үтәймулла ауылында тыуып үҫкән Менәүәрә Абдулла ҡыҙы ошо көндәрҙә оло юбилейын билдәләне, уға 95 йәш тулды.  Ошо йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә тик тормай: бәйләмен бәйләй, телевизор аша бөтә яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара. Күҙе һәйбәт күргәс, китабын да уҡый. Йәй көндәрендә ҡош-ҡортҡа күҙ-ҡолаҡ булып тора.

Уның дүрт тиҫтә йылдан артыҡ эш стажы бар. Колхозда мал ҡараусы, күп йылдар сөгөлдөрсө булып эшләгән. Һәр эшендә лә яуаплы, ихтирам-хөрмәт ҡаҙанған ағинәй.

Тормош иптәше Миңлемөхәмәт Килмөхәмәт улы менән  50 йылдан артыҡ бергә йәшәгәндәр. Бынан 19 элек ул ауырыу сәбәпле вафат  булған.

Ғаиләлә һигеҙ бала үҫтергәндәр. Бөгөнгө көндә ветеран үҙ өйөндә кинйә улы Йәүҙәт һәм килене Алмира тәрбиәһендә йәшәй. Ауылда шулай уҡ өлкән улы Ҡасим төпләнгән, башҡалары ситтә. Үҙ-ара татыуҙар, ҡайтып йөрөйҙәр. Әлеге көндә Менәүәрә апайҙың 19 ейәне, 30 бүлә-бүләсәре, бер тыуасары бар. Ҡунаҡҡа ҡайтҡанда өләсәләренең йырҙарын, таҡмаҡтарын тыңлап, өгөт-нәсихәттәрен күңелдәренә һеңдереп үҫәләр.

Хөрмәтле ағинәйгә ауыл хакимиәте башлығы Рәфис Баязитов Рәсәй Президенты исеменән ҡотлау открыткаһы тапшырҙы, фермер Рәфил Ғәбиҙуллин да юбилярға бүләк килтерҙе.

Менәүәрә апай Ғәлиуллинаға бәхетле ҡартлыҡ, тағы ла яҡындарының хәстәрен, ихтирамын тойоп, иҫәнлектә оҙаҡ йәшәргә яҙһын!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: