Рух
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҠАҘ ҠАНАТЫ ҺЫҘЫРҘЫЛАР

Түрһәгәҙе ҡатын-ҡыҙҙары “Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә ошо матур йоланы үткәрҙе. #Айыҡауыл2022#Трезвоесело2022 #Турсугали#Ауырғазырайоны #Аургазинскийрайон#Всемирныйкурултайбашкир

ҠАҘ ҠАНАТЫ ҺЫҘЫРҘЫЛАР
ҠАҘ ҠАНАТЫ ҺЫҘЫРҘЫЛАР

Башҡорт халҡында элек-электән төрлө өмәләр күп булған. Ауыл халҡы берҙәм булып, бер-береһенә ярҙам итеп көн күргән. Шул мәлдәрҙән йолалар барлыҡҡа килгән. Хәҙер уларҙың халыҡ араһында киренән тергеҙелеүе бик тә һөйөнөслө.

 

 Ғәҙәттә, көҙ миҙгеле муллыҡ менән, бай уңыш менән билдәләнә. Шул ваҡытта ҡаҙ, һуғым өмәләре башлана. Ҡышҡы, яҙғы миҙгелдәрҙә лә йолалар бихисап.

 

Ә бына ҡайһы бер йолалар әлегә һирәгерәк телгә алына.

Шундайҙарҙың береһе - “Ҡаҙ ҡанаты һыҙырыу ". Түрһәгәҙе ҡатын-ҡыҙҙары “Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә ошо матур йоланы үткәрҙе. Бер төркөм әхирәттәр кис ултырыу өсөн Юламановтар йортонда йыйылды. Йырлай-йырлай ҡанат һыҙырып, элекке ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп, күңелле итеп байрам яһанылар.

 

Мендәрҙәр тултырыу өсөн бик тә шәп булды был өмә. Әйткәндәй, өй хужабикәһе Нурияның ике ҡыҙы үҫеп еткән. Бирнәгә мендәрҙәр ҙә әҙер булды.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: