Тәмле аштар бешереү – үҙе бер сәнғәт. Түрһәгәҙе ауылы мәктәбенең ашнаҡсыһы Физалиә Ноғоманова ла үҙ эшен бөтә күңелен биреп, яратып башҡарғас, бешергән ризыҡтары ла ашап туймаҫлыҡ. Барыһы ла – уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа – уның тәмле аштарын ярата. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә лә, мәктәп уҡыусыларына ла әҙерләргә өлгөрә ул. Ҡоймағын да, бәлештәрен дә, бауырһағын да телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләй. Бер ваҡытта ла ваҡытым юҡ, өлгөрмәйем, тигән һүҙен ишетмәҫһең. Балаларға ла төрлө тәмлекәстәр әҙерләргә, уларҙы биҙәргә өйрәтә. Ашханала барыһын да яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, оҙатып ҡала.
Үҙенең өйөндә лә йәм, бөхтәлек булдыра, иренә, улдарына тәмле аҙыҡтар бешерә.
Уңған ҡатын ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡайнатмалар әҙерләй, ҡыяр, помидорын тоҙлай, бар еләк-емештән, йәшелсәнән тәмле консервалары күп була. Йәй көнө ҡош-ҡортон үҫтерә.
Ваҡытында Физалиә субсидия юллап ала, шуның ярҙамында йорт һалып сығалар. Өс малай үҫтерәләр, өлкән улдары Рәфис менән Дилүс эшләп йөрөйҙәр, бәләкәйе Иҙел әле балалар баҡсаһында.
Ире Фәрғәт менән һыйыр малы, һарыҡтар тоталар. Икәүләшеп тырышып, доъяларын бөтәйтәләр. Улдары ла эш һөйөүсәндәр, йорт эштәрендә ярҙам итеп торалар.
Уңған ҡатын ауыл Советы депутаты итеп тә һайланған. Бына Физалиә кеүектәр хаҡында “баҫҡан ерендә ут сығара”, тип әйтәләрҙер ҙә инде.