8 март байрамы алдынан мәктәптә күңелле сара ойошторолдо. “Сая килендәр, сабыр ҡәйнәләр” бәйгеһендә ике команда ҡатнашты.
Байрамса биҙәлгән залда килендәр һәм ҡәйнәләр төрлө номинацияларҙа көс һынашты.
Ҡатын-ҡыҙ күрке – толом, тиҙәр бит. Ярышыусылар матур прическалар яһаны, етеҙлектәрен күрһәтеп, дүртәр кеше бер саңғыға баҫып, тигеҙ йөрөүҙә ярышты, кәүҙәне тура тотоп, арҡан буйлап атлауҙа үҙ нәфислектәрен күрһәтте.
Байрам булғас, йырҙар конкурсы ла ситтә ҡалманы. Ә һорауҙарға яуап биреүҙә зирәклектәрен иҫбатланылар.
Һәр әсә үҙ балаһына төрлө яғымлы һүҙҙәр менән өндәшә. Ошоно улар ҡағыҙ битенә ҡояш нурҙары төшөрөп, бер-береһен уҙҙырырға тырышып, һәр нурға матур һүҙҙәр яҙҙылар. Ҡыҙыҡ инсценировкалар ҙа әҙерләгәндәр.
Тамашасылар иһә һәр ярышты ҡыҙыҡһынып күҙәтте, үҙҙәренекеләр өсөн көйҙө, шатланды. Ә уҡыусылар музыкаль паузаларҙа бейенеләр, йырланылар.
Гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар булған ерҙә тәмлекәстәрһеҙ буламы ни?! Һәр кем бешеренгән, сара һуңында күркәм сәй табыны әҙерләнеләр. Ә еңеүгә килгәндә инде, “дуҫлыҡ” еңде.
Һәр ҡатнашыусыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Яҡшы байрам кәйефе булдырған ҡәйнә-килендәргә барыһы ла ҙур рәхмәт әйтте. Уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхетле тормош насип булһын! Һәр ваҡыт матур, һөйкөмлө булып ҡалығыҙ!