Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ОҪТАНЫҢ ҠУЛЫ БӘРӘКӘТЛЕ

ТҮРҺӘГӘҘЕ АУЫЛЫНАН РӘМИЛ СӘЛИХОВ ҮҘ ҠУЛЫ МЕНӘН ЙОРТОНА ЙЫҺАЗДАР ЭШЛӘЙ

ОҪТАНЫҢ  ҠУЛЫ БӘРӘКӘТЛЕ
ОҪТАНЫҢ ҠУЛЫ БӘРӘКӘТЛЕ

Түрһәгәҙе ауылынан Фәрдүнә менән Рәмил Сәлиховтар 47 йыл бергә йәшәйҙәр.

Татыу ғаиләлә ике малай һәм бер ҡыҙ үҫтергәндәр. Хәҙер инде ун ейән-ейәнсәргә яратҡан олатай-өләсәй. Икеһе лә колхозда эшләгән.

Күп мал тоталар, ҡош-ҡорт үҫтерәләр. Йәй булһа, баҡсалары гөл-сәскәлә, емеш-еләк, йәшелсәнән мул уңыш алалар.

Улар матур итеп өй һалып сыҡҡан. Шулай уҡ балаларына ла өй төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәткән, башҡа эштәрендә лә булышып тора.

Өй эсендәге йыһаздарҙы ла үҙ ҡулы менән яһай. Станогында деталдәрен әҙерләп, шкафтар, тумбалар, гөл ҡуйырға аҫлыҡтар эшләгән. (Фотоларҙа күрерһегеҙ).

Атанан күргән уҡ юнған, тиҙәр. Балалары ла уңған, ең һыҙғанып донъя көтәләр. Фидарис ғаиләһе менән Себер тарафтарында йәшәй, ике бала үҫтерәләр.

Икенсе улдары Радис ауылда, Талбазыға йөрөп эшләй. Ҡатыны Гөлнара мәктәптә йыйыштырыусы.  (йәмәғәт эштәрендә әүҙем, уҡытыусылар менән бергә төрлө сараларҙа ҡатнаша). Улар өс бала тәрбиәләй.

Ҡыҙҙары Фирзинә шулай уҡ ошо ауыл егете Илдар Сатлыҡов менән ғаилә ҡороп, биш бала үҫтерәләр.

 Һәр ғаилә - үҙе бер дәүләт. Улар татыу, бәхетле булһа, илебеҙ ҙә ҡеүәтле, көслө булыр. Өлкәндәрҙең һәм балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, хеҙмәткә һөйөү, балалар тәрбиәләү буйынса уртаҡ хәстәрҙәр менән йәшәү һәр ғаиләне ныҡлы итә.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: