Ғаилә башлығы Иншар - ижади кеше. Ул район, республика сәхнәләрендә сығыштары менән билдәле. Төрлө йыр-моң бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша. Ауырғазы халыҡ театры ҡуйған спектаклдәрҙә лә уйнай. Шиғырҙар яҙыу менән дә мауыға. Мораҙым ауылы мәҙәниәт йортонда эшләй.
Кәләше Айгизә менән ғаилә ҡороуҙарына һигеҙ йыл була. Уларҙың өс улдары бар. Айназ, Ирназар, Ихсан башҡорт халҡының моңдарын тыңлап, бәләкәйҙән ғаилә ҡиммәттәрен күңелдәренә һеңдереп үҫә. Өлкән улдары Айназ шиғыр һөйләү конкурстарында ҡатнашырға ярата. Ике кескәй әле балалар баҡсаһына йөрөй.
Айгизә иһә йортта йәм, йылылыҡ булдырып, тәмле аш-һыу менән һөйөндөрә. Талбазыла ашнаҡсы булып эшләй. Шулай уҡ ауылдың “Умырзая” ансамбленә йөрөй.
Телде яратҡан, милли йолаларҙы үҙ иткән ғаилә шәжәрәләрен дә ҡыҙыҡһынып өйрәнә.
Видеояҙманан Вәлитовтар тураһында күберәк белерһегеҙ.