36 йыл… Бер ҡараһаң, оҙаҡ та һымаҡ, ә бына өс тиҫтә йыл буйы күрше Михайловка ауылына эшкә йөрөгән ҡыҙ өсөн был ваҡыт, әйтерһең дә, күҙ асып йомған ара.
“Бер урынға таш булып батҡаныма һис тә үкенмәйем. Күңелгә ятҡан һөнәр – үҙе ҙур бәхет”, – ти ғинуар башында үҙенең 55 йәшен билдәләгән юбиляр.
1967 йылдың 2-се ғинуарында колхозсылар Тимерйәр Миңлейәр улы һәм Мәғәфүрә Ғилфан ҡыҙы Йосоповтар ғаиләһендә дүртенсе бала донъяға килә. Был ҡыҙсыҡҡа Нәсимә тип исем ҡушалар.
Мораҙым урта мәктәбен тамамлағас, Ҡырмыҫҡалы ауылында бер йыллыҡ бухгалтерҙәр әҙерләү мәктәбендә уҡый. Һуңынан тыуған яғына ҡайтып, колхозда кассир булып эш башлай, Йоматау ауыл хужалығы техникумына (1985 – 1987) ситтән тороп уҡырға керә.
Хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыуҙар: кассир, кадрҙар буйынса белгес, малсылыҡ һәм үҫемселелек буйынса бухгалтер, ауыл советында бухгалтер, 2005-2008 йылдар ауылыбыҙҙың почта бүлексәһен етәкләү, ә һуңғы 13 йыл колхозда баш экономист.
Юбилей – ул матур байрам ғына түгел, ә уҙған юлдарға-йылдарға күҙ ташлап, яулаған үрҙәреңде барлау, һығымталар яһау осоро ла. Нәсимә Тимерйәр ҡыҙына был яҡлап борсолорға түгел, эшләгән эштәре матур, ә уңыштары мул булды. Һәр эштә лә ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ күрһәтеп, һөнәренең оҫтаһы булып танылды, ә ихлас күңелле, ярҙамсыл булыуы менән бар хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яуланы.
- Бергә эшләгән иптәштәремдән дә, шулай уҡ етәкселәремдән дә уңдым, барыһына ла ҙур рәхмәтлемен, - ти юбиляр тормош юлын байҡап.
Әйткәндәй, Нәсимә Тимерйәр ҡыҙы эшенән генә түгел, ғаиләһенән дә уңған, тормош иптәше Фәнүр Әнүәр улы менән бына тигән өс ҡыҙ үҫтергәндәр. Гүзәлиә, Розалия һәм Гөлдәр һөнәр алып, башлы-күҙле булып, ата-әсәһенә өс ейән бүләк итеп өлгөргәндәр. Бөгөнгө көндә улар бәхетле өләсәй-ҡартатай булып, ейәндәрен яратып-һөйөп ҡыуаналар.
(https://vk.com/club154652866 (СПК Урал) төркөмөнән).