Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә - ил ҡото
3 Ғинуар 2022, 19:04

ҒҮМЕР ЮЛДАРЫ ҺОҠЛАНҒЫС

Камила һәм Әхәт Юлмөхәмәтовтарҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 60 йылдан ашыу

ҒҮМЕР ЮЛДАРЫ ҺОҠЛАНҒЫС
ҒҮМЕР ЮЛДАРЫ ҺОҠЛАНҒЫС

Беренсе тапҡыр улар менән өс йылдан артығыраҡ ваҡыт танышырға тура килде. Ул ваҡытта ҡураларында малдар - бер һыйыр, һарыҡтар, ҡош-ҡорттар тоталар ине. Ә ул ваҡытта Әхәт ағайға 85 (быйыл - 88 ), Камила апайға 79(быйыл - 82 йәш) ине инде.

Икеһе лә май айында тыуғандар. Үҙҙәре лә яҙғы ҡояштай көләс, бал ҡортолай уңғандар, изге күңеллеләр.  Бәләкәйҙән ҙурҙар ыңғайына эшләгәндәр, хеҙмәткә күнегеп үҫкән кешеләр.

Утыҙлап йорт иҫәпләнгән Сөләймән (Өсмөгөҙ) ауылында тыуып үҫкән Әхәт Ғәлиәхмәт улына алты (!) йәштән эшләргә тура килә. Әлеге заман күҙлегенән ҡарағанда, был ышанырлыҡ та түгел. Тик уларға балалыҡтан иртә сығырға тура килгән шул. Өсмөгөҙҙә дүрт йыллыҡ мәктәп була.

  • Мәсеттең манараһын ауҙарғандарын хәтерләйем, - ти ул. – Шунда мәктәп урынлашты. Дүрт кластан һуң Терәпә ауылына йөрөп уҡырға ине, һигеҙенсене киске мәкәптә тамамланым. Колхоз эшенә өлкәндәр менән бер рәттән йөрөнөк, тырма тырматыу, сөгөлдөр утау, һабан тотоу, лобогрейкала эшләү, ат йә үгеҙ егеп утын ташыу, минлек йыйыу – ошо эштәрҙең барыһын да башҡарҙыҡ. Элек ауылда һарыҡ фермаһы ла бар ине.

Һуғыш башланыуын бер ваҡиғаға бәйле хәтерләй: бик уҡымышлы Рамаҙановтар ғаиләһенән бер ағай ат уйнатып киткәне күҙ алдында ҡалған. Атаһы Ғәлиәхмәт һуғышҡа тиклем кадрҙар әҙерләү курсында уҡый, һуңынан хеҙмәт әрмеһендә, тимер юл ғәскәрҙәрендә була. Ҡайҙа тимер юлдарҙы шартлаталар, шуларҙы төҙәтеп йөрөйҙәр. Ул 1946 йылда ҡайта, ә уның ағаһы һуғыш тамамланып өс йыл үткәс кенә әйләнеп ҡайта.

“Ашау яғы наҡыҫ булды. Ерҙәр йүнләп эшкәртелмәгәнлектән, боҙола, уңышҡа ла йоғонто яһай. Хеҙмәт көнөн бер таяҡ менән билдәләйҙәр, шуға ҡарап эш хаҡы, ул трудоденгә тамаҡ туйырлыҡ та булмай ине”, - тиҙәр Юлмөхәмәтовтар.

Әхәт Юлмөхәмәтов егет ҡорона еткәс, шоферлыҡҡа уҡый һәм бөтә ғүмерен шул һөнәргә бағышлай.

  • Һигеҙ саҡрым йәйәү йөрөп эшләнем. Ҡыш көндәрендә саңғыла сығып китәм, бер көн эшемде ҡалдырманым. Ял көндәрендә машинаны ремонтларға бара инем.

Машинаһы менән республиканың ниндәй генә районына бармаған, нисә мең саҡрымдар үткән. Туйҙарға ла барырға тура килә.  Машинаһын брезент менән көпләп, Татарстанға тиклем барып етә.

 

Камила Абдулла ҡыҙы Үтәймуллала ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Ата-әсәһе Ҡырмыҫҡалы районынан күсеп килгән. Уның ағаһы, күренекле башҡорт яҙыусыһы Фәрит Иҫәнғолов та беренсе класҡа шул ауылда уҡырға төшә. Камила Үтәймулла, һуңынан Терәпә мәктәбен тамамлай.

Колхоз идараһында хисапсы булып эшләгәндә Әхәт ағай менән таныша. Клубта егет гармунда уйнай, ә ҡыҙ бейеүгә маһир була. Бер-береһен яратып өйләнешәләр. Дүрт йыл йәштәр егеттең ата-әсәһе менән бергә тора, һуңынан йорт төҙөп айырым сығалар.

Юлмөхәмәтовтар бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп йәшәй. Биш балаға – өс ҡыҙ, ике малайға – ғүмер биргән. Бер ҡыҙҙары Зает ауылында тора, Терәпәлә шәфҡәт туташы булып эшләй. Ҡалғандары Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында. Һәр ҡайһыһы матур тормошта, татыу йәшәй. Һигеҙ ейән-ейәнсәрҙәре лә инде башлы-күҙле. Ҡайтып, ата-әсәләренә ярҙам итеп торалар.

Ауырлыҡтарҙы сабыр үткәреп, әле лә тормоштан йәм табып йәшәй Юлмөхәмәтовтар. Өйҙәрендә бөхтәлек, йылы нур, матурлыҡ. Сәй табыны артында сөкөрләшеп һөйләшә-һөйләшә, донъяларҙың тыныс булыуын, балаларының иҫән-һау эшләп йөрөүҙәрен теләйҙәр. Ял мәлдәрендә йорт хужаһы һирәк булһа ла яратҡан гармунын ҡулына ала.

Улар һәр ғаиләгә өлгө булып торған иҫ киткес күркәм ғаилә. Бер-береһенә булған ихтирамдары, ихласлыҡтары, татыулыҡтары йөҙҙәрендә сағыла. Ауылдаштары араһында ихтирамлы, оло абруйлылар.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: