Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә - ил ҡото
13 Ноябрь 2021, 11:30

Дәрте ташып тора Вазифа апайҙың

Вазифа Ғәлиуллина - Үтәймулла ауылы ағинәйе. Ул барлыҡ сараларҙың уртаһында, ауылдың хәбәрсеһе лә, оҫта ҡуллы хужабикә лә.

Дәрте ташып тора Вазифа апайҙың
Дәрте ташып тора Вазифа апайҙың

Уның тураһында ауылдашы Тимербәк ағай Ғәлимов бына нимәләр яҙғайны: “Бәләкәйҙән үк бик шуҡ ҡыҙ була: иптәштәре менән урамда уйнаһынмы, класташтары менән концерт номерҙары әҙерләһенме, тимурсылар командаһы менән ололарға ярҙам итһенме – бар ерҙә лә беренселәр сафында.

Атаһы Мөхәмәҙийәр Моратов Бөйөк Ватан һуғышына киткәс, бәләкәй генә өс бала менән ҡалған әсәһе Мәстүрәгә балаларҙы үҫтерергә лә, колхоз эшенә сығырға ла, башҡалар менән фронтҡа ярҙам итергә лә өлгөрөргә кәрәк була. Аталары иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Шулай ҙа тиҙ генә тормош еңеләймәй. Вазифа ла етенсе кластан башлап сөгөлдөр үҫтерергә, фермала һарыҡ ҡарарға, һыйыр һауырға, иген таҙартыу эштәренә йөрөй. Хатта таштан ферма һалыуҙа ла ҡатнаша. Һуңынан мәктәптә йыйыштырыусы була, почтала ла эшләй. Ауыл советы, район советы депутаты итеп тә һайлайҙар.  Ауылдың булдыҡлы, уңған егете Марат Ғәлиуллин менән ғаилә ҡоралар. Теүәл дүрт айҙан Маратты Совет армияһына алалар. Йәш кәләш һуҡыр ҡәйнәһен ҡарап, өс йыл ирен көтә. Илле йылдан артыҡ бергә, өс бала үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре шатлығын күреп йәшәйҙәр”.

Ә Марат ағай малсылыҡта эшләгәндә лә, трактор-комбайн йөрөткәндә лә алдынғылыҡты бирмәй. Хеҙмәт ветеранының төрлө миҙалдары ла бар.

Вазифа апай бөгөн дә ауылдың әүҙем өлкәндәренең береһе. Ул бөтә мөһим саралар уртаһында, район, республика кимәлендәгеләренән дә ситтә ҡалмай.

Тағы ла шуныһы: ул ауылда, районда булған яңылыҡтарҙы “Юлдаш” радиоһы тулҡындары аша бөтә республикаға еткереп тора. “Радио аша үҙемдең, Мараттың дуҫтарын табып бөттөм”, - тип көлә ул.

Вазифа Мөхәмәҙийәр ҡыҙы матурлыҡты ла ярата. Ул баҡсаһында, өйөндә төрлө сәскәләр үҫтерә. Вазифа апай ҡул эше оҫтаһы ла: ул мендәр тыштары, таҫтамалдарҙы сағыу төҫтәр менән сигеүгә лә, төрлө нәмәләр бәйләргә лә ихлас.

 

Мәғлүмәтле лә ағинәйебеҙ. Гәзит-журналдарҙы күпләп алдыра, уҡый.

Бер ваҡытта ла тик ултырмай, уға артабан да ныҡлы һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, етеҙлек, һөйөнөстәр тулы оҙон ғүмер теләйем.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: