Рух
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә - ил ҡото
17 Октябрь 2021, 09:08

Бөгөн - Атайҙар көнө

Байрамығыҙ менән, хөрмәтле атайҙар! Атайлы бала арҡалы, тиҙәр. Ғаиләгеҙгә терәк, абруйлы атай, хөрмәтле ир-уҙаман исеменә лайыҡлы булығыҙ! АТАЙЫМА Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың, Сабырлығың, тыныс аҡылың Бәләкәйҙән миңә терәк булды, Һин булғанға бөгөн аҡ юлым. Атай, матур һүҙҙәр һөйләмәйһең, Ләкин күҙҙәреңдә күпме наҙ! - Атайыма әйтәм! – тиһәм әгәр, Минән ҡурҡты хатта ата ҡаҙ. Атай, һинән алдым йәшәү көсөн, Һин булғанға башым юғары, Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ, Шуға ышаныслы юлдарым. Атай, һинең менән донъя йәмле, Шат йылмая һәр көн әсәйем, Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып, Тыныс күңел менән йәшәйем. Бәлки, түгелмендер иң тыңлаусан, Хаталарым булһа, ғәфү ит, Рәхмәт һиңә, атай, барлығыңа! Һин – донъяла иң шәп атай бит!(Фирүзә Абдуллина). Рәсәй Президенты Владимир Путин Атайҙар көнө булдырҙы. Ул октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә, йәки 17 октябрҙә билдәләнелә. 

Бөгөн - Атайҙар көнө
Бөгөн - Атайҙар көнө

Байрамығыҙ менән, хөрмәтле атайҙар! Атайлы бала арҡалы, тиҙәр. Ғаиләгеҙгә терәк, абруйлы атай, хөрмәтле ир-уҙаман исеменә лайыҡлы булығыҙ!

АТАЙЫМА
Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,
Сабырлығың, тыныс аҡылың
Бәләкәйҙән миңә терәк булды,
Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.


Атай, матур һүҙҙәр һөйләмәйһең,
Ләкин күҙҙәреңдә күпме наҙ!
- Атайыма әйтәм! – тиһәм әгәр,
Минән ҡурҡты хатта ата ҡаҙ.

Атай, һинән алдым йәшәү көсөн,
Һин булғанға башым юғары,
Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ,
Шуға ышаныслы юлдарым.

Атай, һинең менән донъя йәмле,
Шат йылмая һәр көн әсәйем,
Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,
Тыныс күңел менән йәшәйем.

Бәлки, түгелмендер иң тыңлаусан,
Хаталарым булһа, ғәфү ит,
Рәхмәт һиңә, атай, барлығыңа!
Һин – донъяла иң шәп атай бит!
(Фирүзә Абдуллина).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: