Бөтә яңылыҡтар

ҮТӘЙМУЛЛАЛА БАР ШУНДАЙ ҒАИЛӘ

Үтәймулла ауылында йәшәүсе хөрмәтле Зөлфиә Хөснөтдин ҡыҙы менән Нәжип Вәлиәхмәт улы Әсәҙуллиндарҙың икеһенә лә мартта 90 йәш тулды. Шулай уҡ уларҙың ғаилә ҡороп, татыу, тигеҙ ғүмер кисереүҙәренә лә 67-се йыл.

Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Барлыҡ тиңдәштәре менән бергә колхозда өлкәндәр менән бер ҡатарҙан эшләп, Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтыуға үҙҙәренең өлөшөн индергәндәр.
Нәжип Вәлиәхмәт улы колхозда төрлө эштәр башҡара, радиомонтер була. Электромонтер һөнәренә уҡып ҡайтҡас, хаҡлы ялға тиклем электрик булып эшләй, биш ауылды, биш ферманы хеҙмәтләндерә. Оло тәжрибәһен йәштәр менән уртаҡлашып, ихтирам, хөрмәт ҡаҙанды.
Зөлфиә Хөснөтдин ҡыҙы шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп, колхоздың башҡа төрлө эштәрендә лә ҡатнашып, шулай уҡ фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтте.
Донъя көткәндә осраған ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы бергәләшеп еңеп сығалар. Икеһе лә хеҙмәт ветераны.
Итәк тултырып балалар үҫтереп, уҡытып, рух ныҡлығы, намыҫлы хеҙмәт менән йәшәрлек көс биреп, тормош юлына сығаралар. Әсәҙуллиндар дүрт ул, өс ҡыҙға ғүмер биреп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улы һәм ҡыҙының ауыр фажиғәһен дә кисерергә тура килә уларға. Әлеге ваҡытта өс улдары, ике ҡыҙҙары бынамын тигән кеше булып, һәр береһе уҡып сығып һөнәр алған, төрлө өлкәлә хеҙмәт итәләр. Кешеләр күреп һоҡланырлыҡ итеп донъя көтәләр, балалар үҫтереп, үҙҙәре лә өләсәй, ҡартатай булыу бәхетен татып йәшәйҙәр.
Зөлфиә Хөснөтдин ҡыҙы менән Нәжип Вәлиәхмәт улы күркәм сабырлыҡ менән тормош юлында осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеп, 90 йәштәренә аяҡ баҫалар. Ялдарға, байрамдарға атай нигеҙенә йыйылып ҡайтҡан балалары ата - әсәһенең тигеҙ ҡартлығына ҡыуана. Уларҙың 14 ейән-ейәнсәре, 9 бүлә-бүләсәрҙәре бар. Донъяның имен, кешеләрҙең бәхетле, шат булыуын, йәштәргә яҡты киләсәк теләйҙәр.
Оло йәштәге матур парҙы байрам менән ҡотларға Нуғаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәфис Нәжип улы Баязитов та килде, ул Рәсәй Президентының ҡотлау открыткаһын һәм бүләк тапшырҙы.
(Балаларының ҡотлау һүҙҙәренән әҙерләнде).
Читайте нас в