Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә - ил ҡото
6 Февраль 2021, 16:37

Афарин, көслө рухлы Ғайсиндар ғаиләһе!

Ғайсиндар ғаиләһе «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2021» конкурсында еңеү яуланы #өлгөлөғаилә#башҡортғаиләһе

29 ғинуарҙа «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2021» республика конкурсының зона этабы үтте. Конкурс «Етегән» республика башҡорт байрамы сиктәрендә ойошторола.
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2021» республика конкурсында республиканан 15-тән күберәк ғаилә ҡатнашты. Ауырғазы районы данын Айгөл Нурғәле ҡыҙы һәм Фәһим Салауат улы Ғайсиндар яҡланы. Улар «Ғаилә ижады» номинацияһында II дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Был ғаиләләрҙә балаларҙың эстетик тәрбиәһенә, уларҙы ижадҡа, сәнғәткә ылыҡтырыуға шарттар тыуҙырыла, мәҙәни-тарихи мираҫты, башҡорт телен тулы өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә.
Фото: Ф.Ғайсиндың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Читайте нас: