Рух
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә - ил ҡото
30 Ғинуар 2021, 13:13

Ғайсиндар ғаиләһе «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2021» асыҡ республика конкурсында ҡатнаша

Айгөл һәм Фәһим Ғайсиндар Талбазы ауылында йәшәй.#Образцоваябашкирскаясемья2021#Өлгөлөбашҡортғаиләһе2021#АургазинскийРДК

Уларҙың ғаиләһендә ике бала үҫеп килә. Батыр егет Батырхан Талбазы башҡорт гимназияһында белем ала, өс йәшлек наҙлы ҡыҙ Нәркәс балалар баҡсаһына йөрөй.
Фәһим Салауат улы Бәхти Ғайсин исемендәге район музыка мәктәбендә ҡурай серҙәренә төшөндөрә. Каратэ буйынса ла егеттәр-ҡыҙҙар менән шөғөлләнә, уның тәрбиәләнеүселәренең ҙур уңыштарға ирешәләр, еңеүҙәре менән һөйөндөрөп торалар.
Айгөл Нурғәле ҡыҙы – хужабикә. Йорттоң йәмен, бөхтәлеген, , ғаиләнең йылыһын булдырып, тәмле аш-һыу менән ҡәҙерлеләрен шатландырып тороусы ҡатын, әсәй.
Ғаиләлә спорт яраталар,тәбиғәттә ваҡыт үткәреүгә лә өлгөрәләр, милли тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә.
Уңыштар һеҙгә, Ғайсиндар ғаиләһе!
Башҡортостанда 2020-2021 йылдарҙа «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы бара. Конкурс «Етегән» республика башҡорт байрамы сиктәрендә ойошторолған.
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары 2021 йылдың 1 мартында «Етегән» байрамы – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә билдәле була.
Читайте нас: