Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә - ил ҡото
10 Ғинуар 2020, 14:45

Йәлиловтар ғаиләһе Өфөгә бара

Ғинуар айының матур бер көнөндә Талбазы лицейында "Спорт һөйөүсе ғаилә" байрамы уҙғарылды.

Йәлиловтар ғаиләһе Өфөгә бара
Ғинуар айының матур бер көнөндә Талбазы лицейында "Спорт һөйөүсе ғаилә" байрамы уҙғарылды.
Спорт сараһы үтәсәк зал “Бергә булайыҡ ”, “Сәләмәт булайым тиһәң” тигән яҙыуҙар менән биҙәлгәйне.
Был байрамдың йондоҙҙары – беҙҙең Талбазы лицейының татыу һәм спорт һөйөүсе ғаиләләре! Спорт ул кешеләрҙе берләштерә, дуҫлаштыра торған бер сара. Спорт һөйөүсе кеше генә сәләмәт, матур була ала. Татыу ғаиләлә генә тәрбиәле, аҡыллы балалар үҫә. Физик яҡтан һау-сәләмәт, сыныҡҡан кеше ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтенә эйә булып ҡына ҡалмайынса,тормошто һөйөүсәнлеге менән дә айырылып тора.
Татыу ғаиләнең терәге булған атайҙар, ғаиләнең усағын һаҡлаусы әсәйҙәр һәм тормошҡа йәм өҫтәүсе балалар ҡышҡы каникулдың бер көнөндә үҙҙәренең ғаиләләренең көсөн, етеҙлеген, тапҡырлығын һәм татыулығын һынарға килделәр.
Абдуллиндар, Ғәҙелшиндар, Ибатуллиндар, Харисовтар, Ханмурзиндар, Баязитовтар, Ғиләзетдиновтар, Йәлиловтар, Сафиндар, Фәтҡуллиндар, Алексеевтар ғаиләләрен көслө алҡыштар менән ҡаршы алдылар.
Командаларға баһа биреү өсөн жюри ағзалары ла һайлап ҡуйылғайны. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Ғиләзетдинова Гүзәл Иршат ҡыҙы, физкультура дәресе уҡытыусыһы Иванова Елена Семен ҡыҙы һәм баш судья Иванов Владислав Семен улы үҙҙәренең эштәрен юғары кимәлдә башҡарҙылар.
Командалар бик ҡыйыу, етеҙ, өлгөр булып сыҡты. Еңһәгеҙ ысын күңелдән шатланығыҙ, еңелһәгеҙ төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, көслө рух менән алға таба атлағыҙ!- тигән үткер, ҡыйыу һүҙҙәр менән тамашасы көс биреп торҙо.
Жюри ағзаларына иң-иңдәрен генә һайлап, йомғаҡ эшләү бик ауырға тура килде. Әммә, уйын булғас, еңеүсе лә булырға тейеш бит инде. Иң шәптәре, ҡыйыуҙары, тапҡырҙары булып Йәлиловтар ғаиләһе танылды.
Шулай итеп, ун һигеҙенсе ғинуарҙа Өфө ҡалаһында үтәсәк "Яңы йылдың ғаилә уйындары"на Ауырғазы районы Талбазы ауылы лицейынан Йәлиловтар ғаиләһе юл тотасаҡ.
Уларға уңыштар, еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ!
Ә инде был ярышта, байрамда ҡатнашҡан ғаиләләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдереп, татыу, спорт һөйөүсе, сәләмәт булыуҙарын теләйбеҙ !
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА.
Читайте нас: