Рух
+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Матур ғаилә - ил ҡото
19 Апрель 2019, 02:00

Аҙымдарың ышаныслы булһын!

Ҡара сәсле, уйсан күҙле ҡыҙ бала бирелеп китеп һүрәт төшөрә. Етеҙ ҡулдары әкиәттәге фәрештә ҡанатылай төҫлө буяуҙарҙан яҡты һындарҙы һүрәтләй. Тик һүрәттәр альбом битендә түгел, аяҡтарына һалынған аҡ гипста...

Рәмилә ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға тыуа. Тәүҙә беленмәһә лә, тәүге аҙымдарын яһарға ынтылған сабый баҫа алмай. Әсәһе менән атаһы табиптарға мөрәжәғәт итә. Өфөлә диагноз асыҡланып, операция тәғәйенләнә. Тик бер-бер артлы яһалған операциялар ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Ҡыҙҙарын ҡулда ғына күтәреп йөрөтә ата менән әсә, ярҙамға өлкән апайҙары, ағаһы килә.

- Баш ҡала табиптары Санкт-Петербургҡа барырға кәңәш бирҙеләр, - тип хәтерләй Рәмиләнең әсәһе Рәйсә ханым. – Ул ваҡытта тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә колхозда эшләйбеҙ, шөкөр, аҙбар тулы мал-тыуар. Шуларҙың барыһын да һатып, Санкт-Петербургҡа юлландыҡ.
Табиптар Рәмиләгә тәүге операцияны яһағас та, һауығыуға өмөт уяна. Тик улар ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн бер генә операция етмәй, тип иҫкәртә.

- Ҡыҙым шул тиклем ауыртыныуҙар, һыҙланыуҙар аша үтте. Сабырлығына, көслө характерына хатта табиптар хайран ҡала ине, - ти Рәйсә. – «Самая терпеливая пациентка наша - башкирка», - ти торғайнылар. Иламаны, шул тиклем аяҡҡа баҫырына ышанды, алты йәшлек кенә сабыйыма Хоҙай Тәғәлә ауыр һынауҙар ебәрҙе, 11 операция үткәрҙе...

«Сир ботлап инә, мыҫҡаллап сыға», тиҙәр. Оҙаҡ гипста ятып ҡатҡан аяҡтарҙы яҙыу, күнекмәләр яһау, ваҡытында дауаланыу курстарын үтеү - ваҡыт талап итә. Мәктәптә тиҫтерҙәре менән уҡыу мөмкинселеге булмай ҡыҙға, шулай ҙа йәмле яҙ, көҙ айҙарында Рәмилә ҡултыҡ таяҡтары менән барып, класташтары, дуҫтары, уҡытыусылары менән аралаша, дәрестәр ала. Класташтары гел малайҙар, улар ҡыҙҙы ҡурсалап йөрөтә, ярҙам итә. Матур мәктәп формаһында, оҙон толомдарына ап-аҡ бант бәйләгән ҡыҙ һәр ваҡыт беренсе партала ултыра, дәрестәрҙе йотлоғоп тыңлай, ҡул күтәреп яуап бирә.

Һауа шарттары боҙолғанда, ҡыш көндәре уҡытыусылар Рәмиләне өйҙә уҡыта, уның тырышлығына, белемгә ынтылышына һоҡлана. Һауығып бөтмәгән йәш организм ҙур иғтибар, тәрбиә талап итә. Әсәһе менән атаһы Рәмиләгә өйҙә бөтә шарттар тыуҙырған, бәләкәй туғандары апаларын яҡларға әҙер тора.
Етенсе синыфта уҡығанда район администрацияһы Рәмиләгә ноутбук бүләк итә. Ҡыҙға яңы мөмкинлектәр асыла, ул интернет киңлектәрендә күнекмәләр, кәңәштәр эҙләп таба. Санкт-Петербургтағы уңышлы операцияларҙың һөҙөмтәһе ыңғай була - ҡыҙ аяҡҡа баҫыуға өлгәшә.

9 синыфты уңышлы тамамлап, Рәмилә Талбазы башҡорт гимназияһында уҡыуын дауам итә. Һәр төрлө сараларҙа сығыш яһай, матур итеп һүрәт төшөрә, йырларға ла әүәҫ. Башҡорт эстрада йырсыларының ижады, репертуары менән ҡыҙыҡһына.

11-се кластан һуң күптәнге хыялы тормошҡа аша ҡыҙҙың - ул медицина колледжына уҡырға инә. Әлеге көндә ул уҡыу йортоноң 2-се курсында тырышып белем ала. Каникул көндәрендә, байрамдарҙа ауыл мәҙәни йортонда уҙғарылған сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә.

- Киләсәктә кешеләргә ярҙам итеп, ауыр сирҙәрен дауалап, «Иң яҡшы табип» исеменә лайыҡ булғым килә, - ти Рәмилә Назарова.
Минира Бикәнәсова,
Төрөмбәт ауылы.

.

Читайте нас: