Өс парҙың иң йәше - Иҫке Әбсәләмдән Лилиә һәм Фаил Ҡәҙермаевтар ғаиләһе. Улар күптән түгел үткән республика бәйгеһендә район данын яҡлап сығыш яһанылар һәм ике номинацияла еңеү яуланылар. Һигеҙ йыл элек ғаилә ҡорғандар, әле ике ҡыҙ үҫтерәләр.
Иҫке Ибрайҙан Ризида һәм Фаис Сәфиуллиндар ҙа ижади ғаилә. Улар Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән «Ике аҡҡош» музыка фестиваленең гала-концертында ҡатнаштылар.
Ә Үтәймулланан Вазифа һәм Марат Ғәлиуллиндар быйыл алтын юбилейҙарын - 50 йыл бергә йәшәү тантанаһын билдәләгәндәр. Вазифа Мөхәмәҙиәр ҡыҙы үҙешмәкәр түңәрәк ағзаһы, ул бик моңло итеп йырлай. Марат Мөхәмәтвәли улы ла йәш сағында оҙон көйҙәрҙе башҡара, район сәхнәһендә лә йыш сығыш яһай. Икеһе лә йәштән үк колхозда, фермала көс һала, йорттарында ла күп итеп малын, ҡош-ҡортон үҫтереп донъя көтә. «Быйыл да һуғым булды, хәҙер һарыҡтар, ҡош-ҡортто ғына ҡалдырабыҙ, - ти Вазифа апай. - Барлыҡ эштәрҙе лә уртаҡ эшләнек, һинеке, минеке тип айырыу булманы. Үҙ ғүмеребеҙҙә өс йорт тергеҙҙек».
Әйткәндәй, Вазифа апайҙың «Юлдаш» радиоһына яңылыҡтарҙы еткереп өлгөрөүен дә беләбеҙ. Китап та уҡырға яраталар. Марат ағайҙың китапханала уҡымаған китабы ла ҡалмағандыр хәҙер.
- Бәхетлебеҙ, аллаға шөкөр, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булдыҡ, балаларыбыҙ ҙа ҡайтып тора, ейән-ейәнсәрҙәр, бүләбеҙҙе һөйөү шатлығын татыныҡ, - тиҙәр өс бала үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына баҫтырған Ғәлиуллиндар.