Гөлнара - Стәрлебаш районы ҡыҙы. Түрһәгәҙегә килен булып төшөүенә киләһе яҙға ун биш йыл була. «Мин бәхетлемен, ғаиләм тулы, тормошобоҙ көйлө, иремдән дә уңдым», - тип һөйөнә ул.
Ҡыҙ бала - осар ҡош, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Гөлнараның әсәһе Гүзәлиә апайға өс ҡыҙҙы бер үҙенә аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Аталары иртә гүр эйәһе була. «Әсәйебеҙ эштә булғас, күберәк өләсәй тәрбиәһендә булдыҡ. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡта ашнаҡсы-кондитер һөнәренә уҡыным, - тип һөйләй Гөлнара. - Шунда Түрһәгәҙе ауылы ҡыҙы Фирзинә менән ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәнек, бер-беребеҙҙең ауылына ҡунаҡҡа ҡайта инек. Уҡыуҙы тамамлағас, Стәрлебашта һөнәрем буйынса эш башланым. Фирзинә әхирәтем менән хат алышып торҙоҡ. Бер ҡунаҡҡа килгәндә, ағаһы Радис алды ла ҡалды. Шулай итеп, ошо ауылда тормош ҡороп ебәрҙек».
Радис Рәмил улы ла күп балалы ғаиләнән, бер ҡыҙ, ике малай тәрбиәләнгәндәр. Ул иң олоһо. Йәштәр ике йыл егеттең ата-әсәһе менән бергә торалар, унан үҙҙәренең йортон төҙөп бөтөп, айырым сығалар. Бер-бер артлы балалары тыуа. Хәҙер инде ун йәшлек Илсур 5-се класта, һигеҙ йәшлек Наҙгөл 3-сө класта уҡый. Бәләкәй Илфир алты йәше тулыу менән уҡырға төшкән, әле уҡыу-яҙыу серҙәренә төшөнә. Өсөһө лә тырыш, ныҡышмал уҡыусылар, уҡыуҙары өлгөлө. Рәсем төшөрөргә яраталар. Бигерәк тә Наҙгөл, ҡылҡәләм менән шунда уҡ матур һүрәт эшләп ҡуя. Үҙ-ара татыуҙар, бер-береһенә апайым, ағайым, туғаным, тип өндәшәләр.
Ғаилә күп итеп мал тота, үгеҙҙәр үҫтереп, уларҙы һуйып һатып, матди хәлдәрен дә яҡшырталар. Үҙҙәренең техникаһы булыуы ла яҡшы, яландарынан бесән сабып-йыйырға кешегә инәлеп йөрөргә түгел. Ихата тулы ҡош-ҡорт.
Ауыл ерен үҙ итеп тормош көткән ғаиләлә өс бала үҫә. Улар ата-әсәһенә ярҙам итеп, эшкә өйрәнәләр. «Ҡала шарттарында йәшәй алмаҫ та инем. Ауылда саф һауа, ергә баҫып йөрөүе рәхәт, - ти әсә кеше. - Балалар ҙа иркендә үҫә, бөтә шарттар ҙа бар, газ үткән, һыу өйҙә. Рәхмәт атай-әсәйҙәргә. Һәр ваҡыт ярҙам итеп торалар, кәңәштәрен бирәләр, балаларҙы ла яратып ҡарашалар».
Радистың атаһы Рәмил ағай үҙе ауылдың балта оҫтаһы. Балаларына ярҙам итеп тора, төҙөлөштәрендә ул һәр саҡ алда.Фәрдүнә апай аҡыллы кәңәштәре менән, үҙенең сабыр холҡо менән өлгө булып тора, ти килен.
Балалар ҙа ике яҡты ла яҡын итеп, белеп үҫә. Илсур, мәҫәлән, йыраҡ өләсәһенең төрлө иҫтәлектәрен тыңларға ярата. Бында иһә аталары, олаталары янында тегеһен-быныһын эшләргә өйрәнеп, өләсәйҙәренең тәмлекәстәре менән һыйланалар.
Гөлнара үҙе лә аш-һыуға оҫта. Ул мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй, эш урынында йәки ауылда үткән сараларҙа үҙенең оҫталығы менән айырылып тора. Ҡул эштәренә лә маһир, күргәҙмәләр әҙерләргә лә өлгөрә. Спортты ярата, райондағы саңғы ярыштарында еңеү яулап та ҡайта.
Фәрештәләрем, тип балаларына яратып өндәшә Гөлнара. «Тәртипле булһындар, иң мөһиме яҡшы кеше булып үҫһендәр. Эштең рәтен белеп, хеҙмәткә өйрәнһендәр. Ең һыҙғанып эшләһәң, барыһын да табып була, алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешә белһендәр, - ти ул. - Үҙем дә ауыл ерендә йәшәүем менән бәхетлемен. Ирем аҡыллы, балалар өсөн яҡшы атай, атай-әсәһенә хәстәрлекле ул».
Эйе, ғаилә бәрәкәтле тормошта йәшәһен, теләктәре, хыялдары тормошҡа ашһын, балалары ысын кеше булып үҫһендәр.