Рух
+14 °С
Облачно
Мәҙәниәт
18 Мая , 09:10

Башҡортостанда Ауырғазы районы ауылы беренсе урынға сыҡты

Ауырғазы районының Татар Нуғаҙағы ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының «Уртаса тораҡ пункттар» категорияһында беренсе урын яуланы.

Бүләкләү тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә үтте. Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов һәм Нуғаҙаҡ ауыл советы башлығы Раушания Биктимерова төбәк Башлығы Радий Хәбиров һәм РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ҡулынан сертификат алды.

Ысынлап та, ҙур ваҡиға: халыҡ быға республика кимәлендә өлгәште, һәм бына — төҙөкләндереүгә 4 миллион һумлыҡ бүләкләү һәм сертификат! 

Татар Нуғаҙағы халҡын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Улар берҙәмлек һәм сәләмәт йәшәү рәүеше өлгөһө күрһәтте. Һеҙ иҫбатланығыҙ, кешеләр дөйөм маҡсат өсөн берләшкәндә, ысын мөғжизәләр булыуы мөмкин. Был аҡсалар һеҙҙең ауылды тағы ла уңайлыраҡ һәм матурыраҡ итергә ярҙам итһен! 

 

Ә 15 майҙа Иглин районында «Ныҡлы ғаилә - айыҡ ауыл — көслө Башҡортостан!» исеме аҫтында күсмә зона осрашыуы үтте. Унда «Айыҡ ауыл» конкурсы финалсыларына тағы ла 200 мең һум тапшырҙылар.

 

«Айыҡ ауыл» проекты башҡа төбәктәрҙә лә танылыу алды.
- 2024 йыл - проект «Яңы заман өсөн көслө идеялар» (АСИ) форумының ТОП-1000-гә инде.
- Проект менән Волга буйы федераль округы, Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәре ҡыҙыҡһына.
- 2022 йыл йомғаҡтары буйынса «иң айыҡ» төбәктәр рейтингында
- Башҡортостан Волга буйы федераль округында (Рәсәй буйынса -16 ) - 1-се, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса - 3-сө урын алды.
- Зарарлы ғәҙәттәр булмау буйынса төбәктәр рейтингында (2023) республика 85 араһында 7-се урынды биләне.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас