

Бер нисә йыл эсендә «Китап-Байрам» мәҙәни диалогтың әһәмиәтле халыҡ-ара майҙансығына ғына түгел, ә илебеҙҙә иң күп кеше йөрөгән төбәк китап йәрминкәһенә әүерелде.
Йәрминкә йыл һайын Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән йөҙҙәрсә ҡатнашыусыны йыя, ә килеүселәр һаны тиҫтәләрсә мең иҫәпләнә. Башҡортостан республикаһы йәрминкәне уҙғарыу йомғаҡтары буйынса «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» статусына лайыҡ булды, был проекттың федераль кимәлдә юғары кимәлдә ойошторолоуын һәм әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
2025 йылда Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй китап союзы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. 2026 йылда «Китап-Байрам» союздың партнерлыҡ ярҙамы менән уҙғарыла, был профессиональ программаны киңәйтеү, алдынғы нәшриәттәр менән бәйләнештәрҙе нығытыу һәм проекттың федераль эшмәкәрлеген көсәйтеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
«Китап-Байрам» - йәнле диалог, яңы асыштар һәм илһам киңлеге. Өс көн дауамында йәрминкә майҙансығында көн һайын 10:00 сәғәттән 22:00 сәғәткә тиклем бай программа көтә: тематик зоналар, яңы китаптарҙың исем туйы, яҙыусылар һәм нәшриәтселәр менән осрашыуҙар, автограф-сессиялар, дискуссиялар, ғаиләләр өсөн мәҙәни саралар.
Эшлекле һәм мәҙәни программа сиктәрендә йәрминкәнең һәр көнө үҙенең тематик йүнәлешенә эйә буласаҡ: беренсе көн – халыҡ берҙәмлегенә, икенсеһе – традицион ғаилә ҡиммәттәренә, өсөнсөһө - Рәсәй тарихына, хәтергә һәм үткәндәргә хөрмәт күрһәтеүгә арналасаҡ.
Быйыл мәғариф программаһына айырым иғтибар биреләсәк. Ул Рәсәй «Белем» йәмғиәте ҡатнашлығында тормошҡа ашырыласаҡ һәм лекциялар, асыҡ диалогтар, эксперттар менән мәғрифәтселек осрашыуҙары менән тәҡдим ителәсәк. Тарихи хәтер, гражданлыҡ яуаплылығы һәм илдең төп ваҡиғаларын заманса аңлау мәсьәләләренә арналған патриотик майҙансыҡ мөһим өлөш булып торасаҡ.
2026 йылда «Китап-Байрам» IV халыҡ-ара китап йәрминкәһе Башҡортостан Республикаһының бөтә муниципалитеттарын үҙ эсенә аласаҡ - берҙәм китап календары ҡала һәм райондарҙың төп ваҡиғаларын берләштерәсәк. Саралар 27 майҙа, дөйөм Рәсәй китапханалар көнөндә старт аласаҡ, был төбәк көн тәртибен федераль көн тәртибе менән синхронлаштыра.
Был ваҡиға мәҙәни көн тәртибен формалаштыра, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уята һәм Өфөнөң Рәсәйҙең әҙәби тормошо үҙәктәренең береһе статусын нығыта. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яҙҙың иң сағыу мәҙәни ваҡиғаларының береһенә ҡушылырға саҡырабыҙ.
Справочно:
Международная книжная ярмарка «Китап-Байрам» проводится по инициативе Главы Республики Башкортостан и при поддержке Правительства Республики Башкортостан с 2023 года. За это время проект стал одним из ключевых культурных событий региона и получил федеральное признание.
III Международную книжную ярмарку «Китап-Байрам» за три дня посетили 184 тысячи человек. Состоялся показ 14 спектаклей, художественно-музыкальных представлений, концертов. Проведено свыше 120 встреч с поэтами и писателями, работало 27 тематических и интерактивных площадок, написано около 1000 писем и открыток бойцам СВО. Всего в прошлом году в ярмарке приняли участие представители 270 издательств и книготорговых организаций из 22 региона России и 4 зарубежных стран: Беларуси, Ирана, Казахстана, Кыргызстана.