

Башҡортостан музыканты һәм композиторы Roza Fa дельфиндар өсөн ҡурайҙа уйнауын һәм көй ярҙамында уларҙы саҡырыуын күрһәткән.
Видео асыҡ диңгеҙҙә төшөрөлә.
Ҡыҙҙың әйтеүенсә, тәүге тапҡыр ирекле дельфиндар араһында йөҙгәндә ул ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә тигән уйға килә. Бына инде ике йылдан һуң яҡташыбыҙ асыҡ диңгеҙгә милли уйын ҡоралы менән сыҡҡан.
«Сәйәхәтебеҙҙең тәүге көнөндә үк беҙҙе сәләмләү һәм ҡурай моңон тыңлау өсөн яхта янына бик күп дельфиндар йөҙөп килде. Аҙаҡтан был диңгеҙ хайуандары тураһында китапта улар тураһында беренсе мәғлүмәттең бер монахтың боронғо манускриптында барлыҡҡа килеүен күрҙем, унда монах дудкала уйнай, ә яр буйында дельфиндарҙың йөҙөп йөрөүе һүрәтләнгән», – тип яҙа музыкант.