

Район үҙәгенең кескәйҙәр араһында «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» тип аталған фестивалгә биш балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сағыу-сағыу милли кейемдәрҙә килде.
3-сө балалар баҡсаһы башҡорт кейемендә, башҡорт ҡурайы менән бейеү күрһәтһә, 4-се баҡса балалары татар кейемендә сыҡты. Рус кейемдәрендә 1-се баҡса тәрбиәләнеүселәренең бәләкәй ансамбле рус көйөнә ағас ҡалаҡтар менән сығыш яһаны. 2-се балалар баҡсаһыныҡылар сыуаш кейемдәрендә бейеү башҡарҙы.
Ә инде «Аҡбуҙат» тәрбиәләнеүселәре төрлө милли кейемдәрҙә дуҫлыҡ тураһында йыр йырланы. Быны иҫбатлап, бөтә кескәйҙәр бер ҙур түңәрәккә баҫып әйләнде.
Музей хеҙмәткәрҙәре Флүзә Ғиләжетдинова менән Алфира Рәхмәтуллина һәр милләт кейеме тураһында һөйләне. Музей директоры Рита Мәжитова бағыусылар ярҙамы менән әҙерләнгән бүләктәрҙе тапшырҙы.
Кескәй ауырғазылар милли үҙенсәлектәрҙе генә күрһәтеп ҡалманы, халыҡ-ара дуҫлыҡты иҫбатлап, берҙәмлектәрен, бергә-бергә уйнап, белем алып, бер-береһен ихтирам итеп үҫеүҙәрен күрһәтте.