

Офлайн:
- белем биреү ойошмаларында;
- юғары уҡыу йорттарында;
- мәҙәниәт учреждениеларында;
- коммерция предприятиеларында,
- йәмәғәт ойошмалары офистарында һ. б.
Онлайн:
Дикторҙар диктант тексын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Тамыр» телеканалы, «Ашҡаҙар» радиоһы, акцияның рәсми сайты, социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа уҡыясаҡ.
Акция 11:00 сәғәттә башлана.
11:00 сәғәттән 11:25 сәғәткә тиклем - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн;
11:30 сәғәттән 12:00 сәғәткә тиклем - башҡорт телен иркен белеүселәр өсөн;
12:05 сәғәттән 12:30 сәғәткә тиклем башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант
Акцияла, рәсми сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфир яҙмаһын ҡулланып, ҡатнашырға мөмкин. Тамамланғас, диктант менән битте фотоға төшөрөргә (сканерларға) һәм МАКС мессенджерының @bash_dictant_bot. чат-боты аша сайтҡа ебәрергә кәрәк (сайттағы төймә « bashdictant.ru»).
Онлайн-форматта ҡатнашыусыларҙың эштәре 2026 йылдың 17 апреленә Өфө ваҡыты буйынса 23.59 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Офлайн-форматта билдәле майҙансыҡтарҙа 17 апрелдә сәғәт 11.00 башлана.
Бының өсөн ҡатнашыусыға:
- Акцияның рәсми сайтына инергә: bashdictant.ru/
- «Майҙансыҡтар» бүлегендә үҙегеҙҙең тораҡ пунктында, төбәктә, илдә һеҙгә барыу өсөн уңайлы локацияны һайларға.
- Һайланған майҙансыҡта 06 апрелдән 16 апрелгә тиклем теркәлергә.
Акция үткән көндә ҡатнашыусы һайланған майҙансыҡҡа билдәләнгән ваҡытта килә.