Тәҡдимдәр 2026 йылдың 2 мартынан 26 мартына тиклем «ПОС.Госуслуги» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһының «Решаем вместе» бүлегендәге кире бәйләнеш платформаһын файҙаланып ҡабул ителә. Һылтанма:
https://pos.gosuslugi.ru/lkp/fkgs/home/.
Тәҡдим ителгән йәмәғәт биләмәләре муниципалитеттар тарафынан ҡараласаҡ һәм тауыш биреүгә тәҡдим ителәсәк. 2026 йылда 2027 йылда төҙөкләндерелергә тейешле биләмәләрҙе һайлап алыу буйынса тауыш биреү 21 апрелдән 12 июнгә тиклем үтәсәк.
«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә бөтәһе 152 йәмәғәт биләмәһе еңеүсе тип таныласаҡ, улар 2027 йылда төҙөкләндереләсәк.
- Дуҫтар, һеҙҙең тәҡдимегеҙ ниндәй биләмәләр үҫеш аласағын билдәләргә ярҙам итәсәк. Тауыш биреүҙә ҡатнашыу - ул формаль ғына түгел, ә яҡын киләсәктә парктарҙың, скверҙарҙың нисек булыуына йоғонто яһау мөмкинлеге. Үҙегеҙгә мөһим булған майҙансыҡтарҙы тәҡдим итегеҙ! - тип мөрәжәғәт итте төбәк халҡына Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.