Башҡортостанда һанлы трансформация дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла. Уның бюджеты 2030 йылға тиклем 5,8 миллиард һум тәшкил итә. Программаның бурысы -идара итеүгә һәм сервистарға һанлы технологиялар индереү.
Хәҙер бөтә заманса тормош тәү сиратта бәйләнешкә, интернетҡа бәйле. Халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу дауам итә.
Исмәғил ауылында «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» программаһы сиктәрендә «ВымпелКом» (Билайн) компанияһының яңы база станцияларын эшләй башланы.
Хәҙер ауылда 4g-интернете тотороҡло эшләй
Шулай уҡ мобиль бәйләнеше сифатлы, бөтә онлайн-сервистарға тиҙ инеү мөмкинлеге бар.
Цифрлы мөмкинлектәр яҡыная!
Районда элемтәне яҡшыртыу буйынса эш дауам итә.