Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» милли проектының «Ғаилә» федераль проекты сиктәрендә 2026 йылда федераль бюджеттан моделле муниципаль китапханалар булдырыуға субсидиялар биреүгә РФ субъекттарын алдан һайлап алыуға йомғаҡ яһаны.
2026 йылда илдең 79 төбәгендә модель стандарты буйынса 303 учреждение, шул иҫәптән 112 үҙәк китапхана һәм 191 бәләкәй китапхана ҡайтанан йыһазландырыласаҡ. Бүленгән федераль саралар күләме 3 миллиард 49 миллион һум тәшкил итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙәк китапхананы яңыртыуға ихтыяж ― 15 миллион һум, ә бәләкәй китапхананы яңыртыуға 8 миллион һум тәшкил итә.