Рух
-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Декабрь 2025, 20:00

Өфөлә Башҡорт теле көнөн байрам иттеләр

Байрам сараһы сауҙа-күңел асыу үҙәгендә 14 декабрҙә үтте.

Өфөлә Башҡорт теле көнөн байрам иттеләр
Өфөлә Башҡорт теле көнөн байрам иттеләр

Йыл һайын 14 декабрҙә республикала башҡорт теле көнө билдәләнә. Дата 2019 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән билдәләнгән һәм XIX быуаттың бөйөк башҡорт шағиры-мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала. Ғәҙәттәгесә,башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма туған телгә арналған байрам сараһын ойошторҙо. Был көндө МЕГА сауҙа күңел-асыу үҙәгендә башҡорттарҙың мәҙәниәтенә һәм йолаларына ҡағылырға теләүселәр өсөн бер нисә майҙансыҡ эшләй. Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы оҫталары ҡул эштәре һәм музыка ҡоралдары буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.

Һәр ерҙә башҡорт телмәре яңғыраны – сәхнәлә билдәле артистар һәм йәш таланттар сығыш яһаны. Байрам башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары алып килгән башҡорт телендәге "Ямаҡай өйрәк" спектакле менән асылды. Тамашасыларҙы HAZINA этно төркөмө, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Әлиә Исҡужина Һәм Әлфиә Ғәлләмова, "Тамыр" балалар вокаль ансамбле, Өфөнөң 158-се гимназияһының "Дуҫлыҡ" өлгөлө ансамбле. "Ғаилә" башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тамашасыларҙың ихлас йөрәктәрен яуланы. Концерт номерҙары менән бер рәттән интерактив уйындар һәм флешмобтар ойошторолдо.

Башҡорт теле көнө – республикабыҙ халҡы өсөн мөһим көн. Уның маҡсаты-Рәсәй халыҡтарының тел төрлөлөгөнә булышлыҡ итеп, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү. Тел-ул халыҡтың йәне, уның хәтере һәм ҡиммәтле мираҫы. Һәм беҙ был байлыҡты киләсәк быуындарға һаҡсыл һаҡларға һәм тапшырырға тырышабыҙ, - тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма директоры Гөлназ Йосопова.

Өфөлә Башҡорт теле көнөн байрам иттеләр
Өфөлә Башҡорт теле көнөн байрам иттеләр
Өфөлә Башҡорт теле көнөн байрам иттеләр
Өфөлә Башҡорт теле көнөн байрам иттеләр
Өфөлә Башҡорт теле көнөн байрам иттеләр
Өфөлә Башҡорт теле көнөн байрам иттеләр
Өфөлә Башҡорт теле көнөн байрам иттеләр
Өфөлә Башҡорт теле көнөн байрам иттеләр
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас