Алып барыусы Розалия Йәлилова осрашыуҙы асыу өсөн һүҙҙе республика төбәк-ара конкурстары дипломанты, Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се класы уҡыусыһы Әҙилә Аҙнабаеваға бирҙе. Уҡыусы М.Аҡмулланың шиғырын тасуири итеп һөйләне.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалының туған һәм төрки телдәр кафедраһы деканы, яҡташыбыҙ Айнур Үтәев ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, гимназия уҡыусылары араһында башҡорт халҡының мәшһүр эпосы "Урал батыр" эпосы һәм тарихҡа ҡағылышлы һорауҙар ингән викторина үткәрҙе. Һәр дөрөҫ яуап биреүсе бүләк алды.Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фоат Ғәбиҙуллин да уңыштар теләп, телде белеүҙең әһәмиәтен билдәләп үтте.
Түрһәгәҙе ауылынан саҡырылған ҡунаҡ - аҡһаҡал Ҡәнзәфәр ағай Ғәлиев ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, думбырала уйнап күрһәтеү генә түгел, үҙенең кисерештәре тураһында ла һөйләне. Балаларға көйҙө аңларға, унда сағылған тауыштарҙы танып белергә, тәбиғәттә лә төрлө тауыштарҙы айыра белергә кәрәклегенә баҫым яһаны, рухлы булырға өндәне.
Ул музейға ҡурай бүләк итте.
Шулай уҡ гимназия уҡыусылары шиғырҙар уҡыны, тел тураһында күмәк йыр ҙа башҡарҙы.
Әһәмиәтле осрашыуҙы үткәргән музей хеҙмәткәрҙәренә йылы, дуҫтарса үткән кисә өсөн һәр кем ҙур рәхмәт белдерҙе.