Рух
-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Декабрь 2025, 21:00

Өфөлә «Матбуғатҡа яҙылыусы көнө» һәм хәйриә акцияһы үтте

«Китап» нәшриәтендә Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үтте. Теләгән һәр кем «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто сығарғана гәзит-журналдарға ташлама менән яҙыла алды. «Изге подписка» акцияһы ла дауам итте.

Өфөлә «Матбуғатҡа яҙылыусы көнө» һәм хәйриә акцияһы үтте
Өфөлә «Матбуғатҡа яҙылыусы көнө» һәм хәйриә акцияһы үтте

«Китап» магазинында икенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй льготалы яҙылыу декадаһы сиктәрендә «Матбуғатҡа яҙылыусы көнө» сараһы үтте. Акция илдең һәм республиканың бөтә почта бүлексәләрендә үткәрелә, ә китап магазины локацияһы китап уҡыусылар аудиторияһын формалаштырыуға булышлыҡ итеүсе мәҙәни һәм әҙәби киңлек итеп һайлана, сөнки гәзит һәм журнал һөйөүселәр йыш ҡына китап уҡыусылар булып китә.

- «Изге яҙылыу»ға ике йыл ярым инде. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бары тик үҙең, үҙеңдең ғаилә ағзалары, китапханалар, тәрбиәгә алынған балалы ғаиләләр, күп балалы йәки уҡыусыларыбыҙ өсөн ҡыҙыҡлы, дөрөҫ, намыҫлы әҙәбиәт ҡабул итеүҙе талап иткән хәйриә яҙылыуы ғына кәрәк, – тип һөйләне «Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң ваҡытлы матбуғат таратыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Клара Әхиәрова.

Бындай саралар күсмә характерҙа – нәшриәт йортона Дүртөйлө һәм Ғафури райондары ла килде, башҡа редакциялар яҙылыусы көндәрен генә түгел, ә концерттар, баш мөхәррирҙәр менән ижади кисәләр үткәреү өсөн республика райондарына ла даими йөрөй. Йәйгеһен, акция «Китап»та тәүге тапҡыр уҙғарылғанда, ул ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, һәм был юлы ла  ситтә ҡалманы. Магазинда бик күп китап һөйөүселәр йыйылған. Уларҙың береһе Зөлфиә Әхмәтйәнова булды, Ул Ҡыйғы районынан ошо баҫманы уҡырға теләгән ҡыҙ өсөн «Аҡбуҙат» балалар журналына яҙылды.

«Боронғо Өфө» музейы һәм ҡурсаулығы етәксеһе Илнур Лоҡманов та «Изге яҙылыу» ҙан ситтә ҡалманы. Ул акцияла ҡатнаша, уның урындағы баҫмаларҙы популярлаштырыу өсөн мөһимлеген билдәләй. Ир Стәрлебаш районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының атаһы өсөн «Ҡыҙыл таң» гәзитенә яҙылды.

Шулай уҡ акцияла Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев; Башҡортостан Республикаһы Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев; шахматсы Айнур Шәйбәков, политолог Тимур Вәлитов ҡатнашты.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас