Рух
-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ноябрь 2025, 10:21

Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында "Башҡортостан уҡытыусыһы " журналы мөхәррире Салауат Кәримов үҙенең "Башҡортостан-батырҙар төйәге" тигән китабы менән таныштырҙы.

Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта
Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта

Журналист, яҙыусы, тәржемәсе Салауат Кәримов - Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының ҡәҙерле ҡунағы. Ул йыш ҡына бында осрашыуҙарға,кисәләргә килә. Был юлы ла китап презентацияһы йәнле үтте. Унда райондың әҙәби берләшмәһе рәйесе Вәрис Аҡбашев, китапхана хеҙмәткәрҙәре, гимназия коллективы,уҡыусылар ҡатнашты.

"Башҡортостан - батырҙар төйәге" китабы бик йөкмәткеле, матур төҙөлгән. Салауат Ғайса улының был балалар өсөн етенсе хикәйәләр китабы. Яҙыусы уның нимә тураһында булыуын һөйләп үтте. Туған телде яратыуҙың да батырлыҡ икәнлегенә баҫым яһаны.
Уның сығышынан һуң гимназия уҡыусылары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Шуларҙан һәм ҡунаҡтың һөйләгәндәренән сығып, яҙыусы тураһында күп нәмә билдәле булды.

Салауат ағай Кәримов тураһында бер нисә ҡыҙыҡлы факт:


1. Ул алтынсы класта уҡығанда тәүге мәҡәләһе "Йәншишмә" (ул ваҡытта "Башҡортостан пионеры") гәзитендә баҫыла. Икенсе аҙнаһына Башҡортостандың төрлө райондарынан үҙенең тиңдәштәренән күпләп хат ала башлай.

2. Уның беренсе һөнәре - нефтсе. Хеҙмәт юлын башлауы ла Ауырғазы районы менән бәйле, ул нефтсе һөнәре буйынса беҙҙең районда эшләп йөрөгән. Яҙышыуын бер ваҡытта ла ташламаған, шиғырҙары, мәҡәләләре Ишембай районы гәзитендә, республика баҫмаларында баҫылып тора. Әрме сафында ла яҙышырға өлгөргән.

3. Әрменән һуң журналистика һәм филология факультетында уҡый, башкөллө ижад эшенә сума.

4. Беренсе хикәйәләре өлкәндәр өсөн була.

5. "Аҡбуҙат" журналында баш мөхәррир Факиһа Туғыҙбаева менән бергә мөхәррир урынбаҫары вазифаһында эшләй.

6. Мәктәптә уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, география, геометрия дәрестәрен нығыраҡ ярата.

7. Яратҡан спорт төрө - саңғыла йөрөү, йүгереү.

8. Элегерәк гармунда уйнаған, әле башҡорт халыҡ йырҙарын йырларға ярата.

Бына шундай ҡыҙыҡлы кисә бер тында үтеп китте. Уҡыусылар китапты уҡыр, уның буйынса фекер алышыр, тип ышанабыҙ.

Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта
Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта
Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта
Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта
Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта
Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта
Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта
Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта
Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта
Салауат Кәримов - Ауырғазыла ҡунаҡта
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас