Мәҙәниәт һарайының икенсе ҡатындағы фойела музейҙан бик ҡыҙыҡлы, бай материаллы күргәҙмә күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Бында генерал М.Шайморатовҡа арналған стендтар, башҡорт милли экспонаттары бар ине. Иң тетрәткәне бөгөнгө көндә МХО-ла булған яугирҙар алып ҡайтҡан хәрби экипировка әйберҙәре, машинан тороп ҡалған дәүләт номеры, янған автомобильдең ирегән двигателе (унда республиканың төрлө мөйөштәренән яугирҙәр үҙҙәренең позывнойҙары менән район исемен яҙған), һ.б. булды.
- Унда Башҡортостандың Архангел, Ауырғазы, Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Нуриман, Өфө райондары ҡатнашты. Беҙҙең райондан алты кешелек делегация барҙы.
- Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, урындағы мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеевич йылы сәләмләне. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов эшебеҙҙә уңыштар теләне.
- Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған ҡыҙыҡлы квиз уйынында патриотизм, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса һорауҙар булды. Уйындың авторы – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонды (етәксеһе – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Гөлназ Йосопова). Был һорауҙар белемдәрҙе яңыртырға, иҫкә төшөрөргә мөмкинлек бирҙе.
- Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһында республика матбуғаты мөхәррирҙәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары ҡатнашлығында секцияларҙа төрлө темалар буйынса фекер алышыуҙар булды. Бында «Эшҡыуарҙар менән эш йүнәлеше», «Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү йүнәлеше», «Мәктәптәрҙәге проекттар (КВН, Шаяниум, квиз уйындар) йүнәлеше», «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һаулыҡ һаҡлау, спорт һәм демография өлкәһендәге инициативалары», «Милли матбуғатты үҫтереү мәсьәләләре. Ҡоролтай һәм матбуғат саралары араһында хеҙмәттәшлек», «Ҡоролтайҙың махсус хәрби операцяға ярҙам өлкәһендәге эше» тигән темалар ҡаралды.
- Шуныһы ҡыҙыҡлы: һәр өҫтәлдә һәр ҡатнашыусы үҙ фекерен белдерә алды. Уның һөҙөмтәһе булып проекттар төҙөлдө һәм һәр төркөм уларҙы яҡланы. Бик ҡыҙыҡлы фекерҙәр яңғыраны.
Эшлекле һөйләшеүҙән һуң «Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһында ҡатнашыусыларҙан бер төркөм легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылы Шайморатҡа барып, уның һәйкәленә сәскәләр һалды.13 ноябрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәтер көнө билдәләнә. 2019 йылда был дата атлы дивизияның Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығын мәңгеләштереү маҡсатында булдырыла. Ә генералдың тыуған ауылында уның иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған.
Бындай саралар райондар араһында бәйләнеште нығытыу, тәжрибә алмашыу, үҫеш стратегияларын формалаштырыу өсөн мөһим.
#ҡоролтай#ВсемирныйКурултайБашкир#курултай#квиз#стратегическаясессия