Рух
-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Ноябрь 2025, 21:40

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау ниндәй этапта?

Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов бөтә республика халҡын борсоған Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы тураһында һорау бирҙе.

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау ниндәй этапта?
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау ниндәй этапта?

Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың иң күркәм символы – ул Салауат Юлаев һәйкәле. Әлеге ваҡытта бик әүҙем реставрациялау процессы бара. Был процесты йәмғиәт менән бик иғтибар менән күҙәтәбеҙ. Шундай һорау: демонтаж эштәре тамам, уның өлөштәре цехҡа алып барылған. Һеҙ унда шәхси барып, һәйкәлдең тергеҙелеү процесын ҡарарға ниәтләйһегеҙме?


Һәйкәлде реставрациялау тарихын иҫкә төшөрәйек. Телевизор ҡараусылар өсөн сюрприз да буласаҡ. Был бик ҙур, эмоциональ яҡтан да көсөргәнешле мәсьәлә. Төрлө һүҙҙәр ҙә ишетергә тура килә. Ләкин был эште беҙ башламаһаҡ, тәбиғәт үҙенекен эшләр ине, негатив процестар уның емерелеүенә килтереүе асыҡ ине. Хәҙер эш дауам итә – проект бар, партнер бар. Рәсәй Федерацияһының художество академияһы эштәрҙе профессиональ яҡтан контролләй. Ғөмүмән, халыҡта аңлатыу эштәре ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Аҡса бар.

Радий Хәбиров һәйкәл торған майҙанда ла яңыртыу эштәре планлаштырылыуын әйтеп үтте. Постаментты ла ремонтлау мөһим.
Тура эфир барышында реконструкция эштәре барған цехтан БЮТ корреспонденты Әлиә Таһирова бәйләнешкә сыҡты. Ангар Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан. Профессионалдар аңлатма бирҙе. Бында белгестәр һәйкәл элементтарын таҙартыу менән була, һуңынан коррозия һөҙөмтәләрен бөтөрөү буйынса эштәр башланасаҡ.
Һәйкәлде 2027 йылдың октябренә, Република көнөнә, тарихи урынына ҡуйыу көтөлә.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас