-Ҡыҙҙар шиғыр һорай, еңгә...
Азаттың шаян һүҙҙәренән йылмайып ҡуям - тимәк яңы шиғыры бар. Үҙе алыҫта төҙөлөштә эшләп йөрөй, ижадҡа ла ваҡыт таба. Шиғырҙары ябай, егет кеше булараҡ, күбеһе мөхәббәт , эскерһеҙ һөйөү, татлы йәшлек хистәре хаҡында.
Шиғырҙар яҙғанын белгәс, ҡыуандым - ижад кешеһе матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылыусан.
Азат шиғырҙарын ҡағыҙ битенә яҙып, фотоға төшөрөп ебәрә - ә мин уларҙы компьютерҙа йыйып, уның ВК-лағы сәхифәһенә ҡуям...Уға шулай ярҙам итә алыуыма үҙем дә шатланам. Был хәлдәргә 10 йыллап ваҡыт үтте инде.
Азат Аҡбулатов -минең уҡыусым, яҡын ғына туғаныбыҙ ҙа. Мәктәптә уҡыған сағында район гәзитендә тәүге мәҡәләләре баҫылды, шиғырҙар ижад итте, төрлө мәҙәни сараларҙа йырҙар менән сығыш яһай ине, спортҡа ла әүҙем булды. Башҡа малайҙар кеүек үк шуҡ, тиктормаҫ , шул уҡ ваҡытта ғәҙел, сая ла ине.
2022 йылдың көҙгө бер көнөндә Азат мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юллана. «Артист» позывнойын һайлай, хәрби заданиеларҙа ҡатнаша, бер-нисә тапҡыр яралана. Отпускка ҡайтҡан осорҙа тыуған йортон ремонтлай, киләсәккә яҡты хыялдар ҡора, уҡыған мәктәбен барып күрә,уҡыусылар менән осраша. Азаттың МХО биләмәһендә "Һалдат яҙмышы"шиғырын уҡып төшкән видеоһы интернет селтәрендә башҡорт төркөмдәрендә таралды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был яугирҙең һуңғы һүҙе булды... Илебеҙҙең әлеге ҡатмарлы яҙмышын хәл итеүҙә хәләл көстәрен түккән, ғүмерҙәрен биргән ир-аттарҙың исемдәрен тарих онотмаҫ.
Азаттың уҡытыусыһы, шағирә һәм прозаик Минира Бикәнәсова социаль селтәрҙәрҙә ошондай хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Күңел түрендә тыуған шиғырҙар
Азат үҫмер саҡта ижад итә башлай. Башта ояла, бер кемгә лә үҙенең шиғырҙарын күрһәтмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер тәүге ҡулъяҙмалар юғалған. Интернет барлыҡҡа килеү менән уның ижады Бәйләнештә битләүендә күренә башланы. «Рух» гәзите баҫма сыҡҡан ваҡытта шиғырҙарын ебәрҙе, интернет-гәзиткә әйләнгәс тә, ваҡыты-ваҡыты менән баҫылып торҙо. Ун йыл эсендәге ижадында уның хистәре, кисерештәре асыҡ сағыла. «Тыныслыҡ», «Һалдат яҙмышы» чечен ваҡиғаларына арналған, «Ер улы» бөйөк шағир - яҡташы Рәшит Назаровҡа, «Әсәй», «Хыял» шиғырҙары әсәһен юғалтыу һағышынан тыуған.
Бына 2022 йылдың сентябре, мобилизациялау… Күп кенә егеттәр кеүек менән бергә Азат махсус хәрби операция зонаһына юллана. Был өс йыл эсендә ул ике тапҡыр яралана, госпиталдәрҙә дауалана, бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға тыуған ауылына атаһына килә, ағаһы, һеңлеһе, туғандары, дуҫтары менән аралаша. Өйөндә ремонт эштәре менән дә булыша.
Хәрби хәрәкәттәр араһындағы ҡыҫҡа тәнәфестәрҙә кисерештәрен ҡағыҙ битенә төшөрә. М.Биканасованың хәтирәләрендә телгә алынған видеоны яугир ялан шарттарында төшөрә. Был Ауырғазы егетенең һуңғы хәбәре була. Бер айҙан һуң, 16 июлдә, дошмандың осоу аппараты ут аҫтына эләгеп, «Артист» һәләк була…
Беренсе һәм һуңғы йыйынтыҡ
Бына нәҙек, матур итеп биҙәлгән 32 битлек китап. Ул 50 дана тираж менән нәшер ителгән. Бында Усман ауылы батырының шиғырҙары баҫылған, туғандары һәм яҡындары менән фотолар, армияла саҡта командирынан атаһына килгән Рәхмәт хаты урынлаштырылған. Тышлыҡта - тубыҡланып тыуған ауылына ҡарап ултырған яугирҙың фотоһы. Азаттың инәһе, тәржемәсе, журналист Гөлфирә Ғәскәрова буласаҡ китап өсөн үҙенең туғанының шиғырҙарын йыйҙы һәм уға инеш һүҙ яҙҙы. «Юлдаш» нәшриәте уның вафатының 40-сы көнөндә «Һалдат яҙмышы» тигән китап сығарҙы. Беренсе һәм һуңғы йыйынтыҡ.
«… Бөгөн шуныһы шаҡ ҡатыра: Чечняла башын һалған егеттәргә бағышлап яҙылған «Һалдат язмышы» шиғыры, йылдар ткәс, Азаттың үҙ фажиғәһе тураһында һөйләй кеүек…» , - тип яҙа инеш һүҙҙә Гөлфирә Ильяс ҡыҙы. Ул туғанының шаян, шул уҡ ваҡытта нескә күңелле булыуын иҫкә ала. Бала саҡтан уҡ йырларға ярата. Үҫә төшкәс, Фидан Ғафаров йырҙарын яратып, айырым хис менән башҡара.Уны тын ҡалып, һоҡланып тыңлай инек. Төрөмбәт ауылы биләмәһе егеттәре ойошторған вокал ансамблендә лә ҡатнашып йөрөй. Махсус хәрби операция зонаһында ла, һирәк эләккән ял мәлдәрендә Азат шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап, пародиялар менән яугирҙәрҙең кәйефен күтәрә.
Үҙенә лә быйыл оло ҡайғы кисерергә тура килә: ҡыш көнө атаһы Заһир Ильяс улын мәңгелек йортҡа оҙата. Йөрәгендә ауыр хистәр менән кире ҡайнар нөктәгә юллана.
Азат Аҡбулатов күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Рәсәй Оборона министрлығының «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусығы», 428-се мотоуҡсылар полкының «МХО» (Мужество. Храбрость. Отвага) миҙалдары, почетлы билдәләр менән бүләкләнгән.
... 2025 йылдың 29 июле. Азат Аҡбулатовты хөрмәт менән тыуған ауылында ата-әсәһе янына күмделәр. Ҡустыһы Алмаз менән һеңлеһе Наҙгөл «Һалдат яҙмышы» шиғырынан юлдар яҙылған ҡәбер ташы урынлаштырҙы.
Тыныс ят, батыр! Һинең исемең үлемһеҙ!