Рух
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Октябрь 2025, 15:30

Ҡурай көнөндә Башҡортостан башлығы ҡурайсылар ансамбленең концертында булды

10 октябрҙә, Ҡурай көнөндә, Радий Хәбиров «Башҡортостан» залында Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең сығышында булды. Коллектив 2024 йылда төбәк етәксеһе инициативаһы буйынса ойошторола.

Ҡурай көнөндә Башҡортостан башлығы ҡурайсылар ансамбленең концертында булды
Ҡурай көнөндә Башҡортостан башлығы ҡурайсылар ансамбленең концертында булды

Сәхнәлә 2024 йылдың яҙында төбәк етәксеһе инициативаһы буйынса ойошторолған коллектив сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселегендә 30-ҙан ашыу профессиональ музыкант тамашасыларға заманса аранжировкала халыҡ көйҙәрен, төрлө жанрҙағы йырҙарҙы һәм башҡорт бейеүҙәрен тәҡдим итте.

Концерттан Һуң Радий Хәбиров артистар менән аралашты, уларға сағыу сығыштары өсөн рәхмәт әйтте һәм ансамблде артабан үҫтереү планын әҙерләргә ҡушты. «Традицион сәнғәтебеҙҙе үҫтереү бик мөһим. Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау өсөн концерт программаһын киңәйтегеҙ. Ә беҙ коллективты иң яҡшы майҙансыҡтарҙа танытырға ярҙам итәсәкбеҙ», – тип белдерҙе төбәк Башлығы.

Ул шулай уҡ республика халҡы ансамблдең ижады менән таныша алһын өсөн Башҡортостан ҡалалары һәм райондары буйлап гастролдәрҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Хәбиров: «Миңә бик оҡшаны. Бындай номерҙар республикабыҙҙың визит карточкаларының береһе була ала. Ҡурайсылар коллективын ойоштороу ҡарары дөрөҫ булыуын күрәбеҙ».

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас