Башҡортостаныбыҙ - ул күп быуатлыҡ тарих, үҙенсәлекле мәҙәниәт, ҡабатланмаҫ тәбиғәт.
Был көслө сәнәғәт һәм ауыл хужалығы. Фән һәм инновациялар. Даими алға хәрәкәт итеү һәм ҙурыраҡҡа ынтылыу.
Әммә беҙҙең төп байлығыбыҙ - бында йәшәгән кешеләр. Батыр геройҙар, ябай хеҙмәтсәндәр, талантлы артистар, шағирҙар, рәссамдар, спортсылар, ғалимдар.
Республика көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! Иң ҙур байлығыбыҙ – берҙәмлек. Бер төптән булһаҡ, бер һынау ҙа беҙҙе бөгә алмаҫ. Заман елдәренә бирешмәй, тағы ла көслөрәк була барырбыҙ. Байрам менән! Тыуған еребеҙгә, татыу халыҡтарыбыҙға яҡты өмөтлө киләсәк теләйем.