Рух
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Октябрь 2025, 10:45

Ауырғазы районында Республика көнөн үткәрҙеләр

Район халҡы өсөн икеләтә байрам булды: район һәм Республика юбилейы.

Ауырғазы районында Республика көнөн үткәрҙеләр
Ауырғазы районында Республика көнөн үткәрҙеләр

Ауырғазы районында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған ҙур байрам концерты үтте. Ауырғазылар өсөн был йыл үҙенсәлекле — беҙ Башҡортостандың ойошторолоуына 35 йыл тулыуҙы ғына түгел, тыуған районыбыҙға 95 йыл тулыуҙы ла билдәләйбеҙ.

Район Мәҙәниәт һарайының тамаша залында үҙенсәлекле байрам атмосфераһы. Почетлы ҡунаҡтар араһында республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов, Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимулина һәм район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов булды.

Ирек Хәйривара улы Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән һәм үҙе исеменән бөтәһен дә байрам менән ҡотланы.

 - Был байрам йәшебеҙгә, милләтебеҙгә һәм инаныуҙарыбыҙға ҡарамай барыбыҙҙы ла берләштерә. Беҙҙең бөтә уңыштарыбыҙ һәр кемдең шәхси өлөшөнән башҡа мөмкин булмаҫ ине. Республика етәкселеге исеменән тыуған районығыҙ һәм тотош Башҡортостан мәнфәғәтенә хеҙмәтегеҙ өсөн һәр кемгә рәхмәт белдерәм, — тине премьер-министр урынбаҫары. Байрамға И.Сәғитов башҡарыуындағы йыр айырыуса йылылыҡ индерҙе, уны тамашасылар алҡышлап ҡаршы алды.

Райондың ижади коллективтары сығыштары концерттың ысын биҙәге булып торҙо. Тамашасыларҙы "Йондоҙлоҡ", "Фантазия", "Шатлыҡ" хореография ансамблдәре һәм "Торатау"өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле йылы ҡаршы алды.

Байрамдың иң тулҡынландырғыс өлөшө - бүләкләү тантанаһы. «Әсәлек даны» миҙалы менән күп балалы әсәй, улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы  Фәнзилә Зиргизова билдәләнде. «Почетлы остаз» билдәһенә Талбазы ҮҘӘК район дауаханаһының табип-терапевты Лилиә Килмөхәмәтова лайыҡ булды. «БР һаулыҡ һаҡлау алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән Юламан фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Ольга Кожевникова бүләкләнде.

Был көндө районда йәшәүсе бөтәһе 50-нән ашыу кеше лайыҡлы наградалар - почет грамоталары, рәхмәт хаттары һәм башҡа билдәләр алды. Байрам тағы ла бер тапҡыр Ауырғазы еренең үҙ эштәре менән тыуған районын данлаған талантлы һәм эшһөйәр кешеләр менән бай булыуын күрһәтте.

Ауырғазы районында Республика көнөн үткәрҙеләр
Ауырғазы районында Республика көнөн үткәрҙеләр
Ауырғазы районында Республика көнөн үткәрҙеләр
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас