Рух
+13 °С
Облачно
Мәҙәниәт
7 Октября 2025, 13:10

Яңы сыҡҡан гәзит еҫе: «Изге подписка» быуындарҙы берләштерә

Өфөлә «Изге подписка»акцияһы үтте. Был хәйриә башланғысы, уның сиктәрендә халыҡ һәм ойошмалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға һәм китап уҡыған кешеләргә бүләк итеп республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы сыҡҡан гәзит еҫе: «Изге подписка» быуындарҙы берләштерәЯңы сыҡҡан гәзит еҫе: «Изге подписка» быуындарҙы берләштерә
Яңы сыҡҡан гәзит еҫе: «Изге подписка» быуындарҙы берләштерә

Традициялар, геройҙар һәм киләсәк

«Хәҙерге ваҡытта киң мәғлүмәт сараларының эше бик мөһим. Хәҙер айырыуса идеологик эш алып барырға, геройҙар образын тыуҙырырға, үҙ-ара килешеп эш итеүҙә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә һәм мәғлүмәт бирергә кәрәк», - тип аңлатты акцияла ҡатнашыуын «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе урынбаҫары Рида Әхмәтйәнова.

Ул Мәләүез районының Антоновка ауылындағы тыуған мәктәбе өсөн «Башҡортостан» гәзитенә яҙылды. Ни өсөн тап мәктәп? Яуап ябай һәм аҡыллы: «Сөнки был беҙҙең киләсәгебеҙ!». Рида Миңлехай ҡыҙы шулай уҡ уҡыусылар өсөн «Аманат» һәм «Аҡбуҙат»журналдарын яҙҙырырға ниәтләй.

Цифрлы технологиялар дәүерендә күптәр ҡағыҙ гәзиттәрҙең киләсәгенә шикләнә. Әммә Рида Әхмәтйәнова ышаныуынса, ул әле генә түгел, ә һәр саҡ булырға тейеш. «Һуңғы көндәрҙәге ваҡиғалар күрһәтеүенсә, интернет әле бар, әле юҡ. Был, беренсенән. Икенсенән, китап уҡырға күнеккән кешеләр ҙә бар. Хәҙер йәштәр ҙә «ҡағыҙға» мөрәжәғәт итә: «Мин ҡулға тотоп китаптар уҡыйым», - ти. Һәм гәзиттәр менән шундай уҡ хәл».

Ҡағыҙ баҫмаларҙа ысынбарлыҡ тойғоһо һәм традиция менән бәйләнеш бар. «Журналистика, киң мәғлүмәт саралары, матбуғат менән осрашҡан кеше яңы сыҡҡан гәзиттең был тылсымлы еҫен онота алмаясаҡ. Нисек итеп гәзитте интернетҡа алмаштырып була?» - спикер йылмайып, шундай һығымта яһай.

Йыл буйы һөйөндөрөрлөк бүләк

Шундай бүләктәрҙең береһен «Китап»нәшриәте хеҙмәткәре Айгөл Черепкова яһаны. Ул ҡыҙы уҡыған Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназияһы өсөн «Йәшлек» гәзитенә яҙылды.

«Изге подписка» акцияһы - йыл буйына кемделер ҡыуандырырлыҡ яҡшы эш башҡарыу мөмкинлеге. Уҡыусыларҙың, шул иҫәптән ҡыҙымдың да, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы гәзиттең яңы һанын даими аласағына бик шатмын, — тип һөйләй Айгөл Черепкова. — Кешеләр иҫән саҡта, беҙ изге эштәр башҡарғанда, үҙебеҙ гәзит-журналдарға яҙылғанда һәм яҡындарыбыҙға яҙылыу бүләк иткәндә - баҫма гәзит йәшәйәсәк. Уның киләсәге барлығына ышанам».

Быуындарҙы берләштереүсе хәтер ебе

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина был акцияны республикала иң күңелле акцияларҙың береһе тип атаны.

«Минең өсөн гәзит-журналдар - ул өләсәйем тураһында иҫтәлек. Бала саҡтан уның менән гәзит уҡыныҡ, һәм минең уҡыуға һәм журналистикаға һөйөүем тап шул ваҡытта барлыҡҡа килде, — тип уртаҡлашты спикер. - Һәр баҫма - ул йылылыҡ һәм үткәндәр менән бәйләнеш. Интернет-баҫма - бер, ә ҡағыҙ журнал - хәтер ептәрен бәйләүсе нигеҙ».

Элина үҙенең изге теләген үтәп, Ҡырмыҫҡалы районы уҡыусылары өсөн «Аҡбуҙат» балалар журналына яҙылды. «Мин Ҡырмыҫҡалы районы өсөн яҙылыдым, сөнки был минең бәләкәй ватаным, минең олатай-өләсәйем шунан, - тип аңлатты ул. - Район балалары йолаларыбыҙ һәм туған телебеҙ менән заманса таныштырыусы журналды шатланып уҡыр, тип ышанам».

Баҫма һүҙҙең көсө

«Ватанды Һаҡлаусылар» фонды етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ла акцияла ҡатнашты, «Йәшлек» һәм «Башҡортостан» гәзиттәренә, шулай уҡ «Башҡортостан ҡыҙы» журналының 10 данаһына яҙылды.

 «Беҙ баҫма матбуғат үткәргән бөтә сараларға һәм акцияларға даими ярҙам итәбеҙ. Үҙебеҙ ҙә ойоштороусылар, ҡайһы берҙә бағыусылар, булып сығыш яһайбыҙ. Шулай уҡ гәзит һәм журналдар редколлегияһы ағзалары булып торабыҙ. Һәм ғәҙәттәгесә баҫмаларыбыҙға яҙылабыҙ», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гөлнур Ҡолһарина.

Фонд даими рубрикалар алып барған баҫмаларға айырыуса иғтибар бүлә. «Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларыбыҙҙың ғаиләләре, геройҙарыбыҙ хаҡында һөйләйбеҙ. Сөнки улар Тыуған илен яҡлап, алғы һыҙыҡта тора. Ә демобилизацияланғандар тыныс тормошта үҙ миссияһын дауам итә», - тип билдәләне спикер.

Ул йәш быуынды баҫма һүҙҙең ҡиммәтен онотмаҫҡа саҡырҙы: «Мин йәш быуынды беҙҙең баҫмаларға яҙылырға саҡырам. Беренсенән, был беҙҙең милли киң мәғлүмәт сараларына ярҙам. Икенсенән, был бик мөһим - гәзиттәрҙең, баҫмаларҙың еҫен тойоу. Өйҙә, ғаиләлә уҡығанда, балалар өсөн дә был бик әһәмиәтле, илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер өлөшө».

«Беҙ үҙ йолаларыбыҙҙы, традицияларыбыҙҙы үтәүебеҙ менән көслө... Баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш! » - тип һығымта яһаны Гөлнур Ҡолһарина. Өфөлә «Изге подписка» акцияһы хәйриәлек кенә түгел, ә тиҫтәләгән кешенең мәҙәни кодты һаҡлауға һәм быуындар араһында тере бәйләнешкә индергән шәхси өлөшө булды.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас