Рух
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Сентябрь 2025, 13:57

Ауырғазы районының оҫталары милли кейем тегеү буйынса дәрес бирҙе

Нуғаҙаҡ ауылының мәҙәниәт йортонда милли кейем элементарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Ауырғазы районының оҫталары милли кейем тегеү буйынса дәрес бирҙе
Ауырғазы районының оҫталары милли кейем тегеү буйынса дәрес бирҙе

Бында башҡорт милли кейемдәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен Үтәймулла ауылынан ҡул оҫтаһы Роза Аҙнабаева үткәрҙе.

Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдеректең ни өсөн кәрәклеге тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.

Ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре сифатында иң сағыуҙары-күкрәк кейеме, бәйләмдәр һәм муйынсаҡтар. Ул- ҡатын-ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүесе, байрам һәм көндәлек кейемгә өҫтәмә. Үҙ ваҡытында башҡорт милли биҙәүестәре талисман, һаҡлағыс булып хеҙмәт иткән. Күкрәк кейемендә башҡорт мифологияһының тәрән фәлсәфәһе ята. Халыҡ ышаныуҙары буйынса, кешенең йәне ҡалҡан биҙе өлкәһендә. Шуға күрә, яҡшы көстәрҙе күңелгә үткәреү һәм яуыз сихырҙарҙан һаҡланыу өсөн, «ишек»те муйынында ҡалдырырға кәрәк була. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәр өсөн материалдарын һайлауы уларҙың сихри үҙенсәлектәренә ышаныу менән бәйле. Күкрәк биҙәүестәре байрам, ритуаль һәм көндәлек ҡатын-ҡыҙ кейеменә өҫтәмә булып тора. Уларҙы күлдәккә йәки камзолға кейгәндәр. Башҡорт түшелдеректәрен биҙәүҙә урындағы йолалар сағылыш тапҡан.

Ә инде тегелеш үҙенсәлектәре ғаилә статусының күрһәткесе булған. Түшелдеректе тығыҙ туҡыманан тегәләр, уға мәрйендәр, ҡабырсаҡ, тәңкәләр, сылбырҙар өҫтәйҙәр. Уларҙан төрлө биҙәктәр йыйыла. Бындай биҙәүестәрҙе күп ҡатын-ҡыҙҙар художестволы зауыҡ һәм фантазия күрһәтеп эшләй белгән.

Роза Зәки ҡыҙы был турала мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Уның сағыу биҙәктәр менән башҡарылған эштәре ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар ҡайһы бер элементтарҙы үҙҙәре лә эшләп ҡараны.  Ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙең башҡорттар кейеменең төрлө элементтары менән фотоға төшөү, уларҙы эшләү өлгөләрен алыу мөмкинлеге булды.

Ауырғазы районының оҫталары милли кейем тегеү буйынса дәрес бирҙе
Ауырғазы районының оҫталары милли кейем тегеү буйынса дәрес бирҙе
Ауырғазы районының оҫталары милли кейем тегеү буйынса дәрес бирҙе
Ауырғазы районының оҫталары милли кейем тегеү буйынса дәрес бирҙе
Ауырғазы районының оҫталары милли кейем тегеү буйынса дәрес бирҙе
Ауырғазы районының оҫталары милли кейем тегеү буйынса дәрес бирҙе
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас