Рух
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Сентябрь 2025, 09:57

Ауырғазы районында күренекле ижадсыны ҡотланылар

Башҡортостандың күренекле шағирә һәм журналисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты, Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы Флүзә Мырҙабаева үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй! 

Ауырғазы районында күренекле ижадсыны ҡотланылар
Ауырғазы районында күренекле ижадсыны ҡотланылар

Мораҙымдар юбилярҙы ғүмер байрамы менән ҡотланы. Михайловка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Венер Гузин барлыҡ ауылдаштарының изге теләктәрен һәм бүләк тапшырҙы. Мораҙым ауыл китапханаһы мөдире Ләйлә Дилмөхәмәтова ла хөрмәтле шағирәне бар китап һөйөүселәр исеменән тәбрикләне.

Бар кешегә лә иғтибарлы, ауыл хәлдәре менән “Бәйләнештә” селтәре аша таныштырып тороусы ветерандар советы рәйесе Факил Дилмөхәмәтов, һәр ваҡыттағыса, был турала матур итеп яҙып сыҡты.

 

“Тантана ҙур йылы хис-тойғолар менән үтте. Флүзә Рәжәп ҡыҙы апай, үҙенә булған ихтибарға бик тулҡынланып, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен видео аша бар ауылдаштарына еткерҙе.

Ошондай изге, йылы осрашыуҙар күберәк булһын! Юбилярға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, яҡындарының изгелеген күреп йәшәргә яҙһын!

Ауылдаштарыбыҙ һәр саҡ Флүзә апай менән ғорурлана. Уның ижадында үҙебеҙҙең төйәк, халыҡ, ауыл кешеләренең йылы йөҙө, тырышлығы, моңо һәм ғорурлығы күренә.

Үҙемдең эш дәүеремдә Флүзә апай менән йыш осрашырға, фекер алышырға, күңел асып һөйләшеп ултырырға насип булды. Ул журналист ҡына түгел, ә һәр ваҡыт халыҡтың күңелен, ауылдаштарының хәл-әхүәлен тәрән аңлаған, уларҙың шатлыҡ-борсолоуҙарын үҙ йөрәге аша үткәргән ихлас кеше булды. Шуға ла уның һәр әңгәмәһе, һәр мәҡәләһе йылы тойғолар менән һуғарыла.
Ауылыбыҙҙың, колхозыбыҙҙың эштәре менән ҡыҙыҡһынып, һәр ваҡиғаларын иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы, шуға ла “Башҡортостан” гәзите биттәрендә ауылдаштарыбыҙ тураһында йыш ҡына йылы һүҙҙәргә сорналған яҙмалары баҫылып торҙо.

 

Айырыуса хәтеремдә — 1995 йылдың 12 июлендә “Замандаш” рубрикаһында баҫылып сыҡҡан “Үҙебеҙҙең егет” тигән күләмле мәҡәләһе. Ул мәҡәлә ауыл хужалығы тормошон, колхоз эштәрен, бар ауырлыҡтарҙы һәм киләсәккә ҡараған өмөттәрҙе шул тиклем ысын күңелдән, илһамлы һүҙҙәр менән һүрәтләне. Ябай ғына ваҡиғаларҙы ла ул матур тел, йылы тойғолар аша халыҡ хәтеренә инеп ҡалырлыҡ итеп яҙҙы.
Флүзә апайҙың миңә, ул саҡтағы 36 йәшлек йәш етәксегә, һәм бөтә ауылдаштарына булған ышанысы артабанғы эштәребеҙгә яңы көс, яңы маҡсаттар бирҙе. Ә мәҡәләнең һуңғы юлдары бөгөн дә күңелемдә яңғырай:
“…Тыуған яҡтарыма ҡасан ғына ҡайтһам да, һәр миҙгеле үҙенсә матур. Көҙгө моңһоулыҡтары, ҡышҡы бурандары, яҙғы елдәре, йәй йәмдәре, һәр ҡыяҡ үләне, тулҡынланған иген баҫыуҙары күңелгә яҡын. Тәбиғәте кеүек үк тәү ҡарашҡа ғына ҡырыҫыраҡ, һәлмәгерәк күренгән, үҙҙәре ихлас, үҙҙәре баҫалҡы, үҙҙәре сәмле, барлы булайыҡ, маллы булайыҡ тип тырышып йәшәгән ауылдаштарыма һоҡланам. Йәнә лә оло донъяның бер бәләкәй төбәгендә аҡыл ҡеүәһенә дәртен, көсөн, күңел йылыһын ҡушып, изгелекле ерҙе тағы ла ырыҫлыраҡ итеү хыялы менән янып йөрөгән Факилға һоҡланам”.

 

Ошо һүҙҙәрҙе хәтерләгән һайын, тағы ла бер тапҡыр Флүзә апайға ышанысы, ысын күңелдән әйтелгән йылы һүҙҙәре өсөн рәхмәтемде белдерәм. Аллаға шөкөр, белгестәр ҙә, колхозсылар ҙа һынатманы — ауыл хужалығы кооперативын һаҡлап ҡалдыҡ һәм бөгөнгө көндә лә үҫеш юлында”.

 

Бына шундай йылы һүҙҙәр менән, хөрмәт итеп, Факил Вәкил улы юбилярҙы ҡотлай.

 

https://vk.com/club191017852 төркөмөнән алынды.

Ауырғазы районында күренекле ижадсыны ҡотланылар
Ауырғазы районында күренекле ижадсыны ҡотланылар
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас