Бөгөн Өфөлә «Рәхәттә» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә коллектив парлашыу буйынса Рәсәй чемпионаты финалы үтте. Бының өсөн "Ҡашҡаҙан" күле буйында 40 кешегә иҫәпләнгән һауаға тултырылған мунса төҙөлдө. Финалда алты кеше ҡатнашты. Был коллектив парлашыу буйынса Рәсәй чемпионаты финалсыларының ике өсәүлеге: , Михаил Лукошков (Северодвинск ҡалаһы), Владислав Устюжанин (Миасс ҡалаһы), Сергей Рудьев (Чехов ҡалаһы), Александр Колымин менән Кирилл Луцик (Екатеринбург ҡалаһы) һәм Николай Островский (Үрге Уфалей ҡалаһы). Бөтә ҡатнашыусылар ҙа төбәк этаптарын үтеп, Рәсәй чемпионатының ярымфиналында сыҡты.
Парлашыуҙа ҡатнашыусылар судьяның командаһы буйынса парилкаға инделәр. Температура 65-70 градус тирәһе. Ә тауыш биреү Пар һәм Шоу категориялары буйынса үткәрелде.