Сара тармаҡ белгестәрен, энтузиастарҙы һәм быу йолаларын белгәндәрҙең һәммәһен дә берләштерә, ти фестивалде ойоштороусылар. Сара 25 мең кешегә иҫәпләнгән.
Фестивалдең программаһы бик бай. Унда автор парлау программалары менән 30-ҙан ашыу уникаль күсмә мунса, Бөтә Рәсәйҙән иң яҡшы парлау оҫталарының сағыу шоу-программаһы менән өрөп тултырылған мунсалар, һыу аттракциондары, балалар ял итеү зоналары һәм анимация. Мунса оҫталығы буйынса чемпионаттар – Волга буйы федераль округы ярыштары, “Жогово” һәм күмәкләп парланыу буйынса Рәсәй чемпионаты, һаулыҡ, туризм, мунса технологиялары буйынса оҫталыҡ дәрестәре, купель, чандар, аттракциондар үткәреү, йәрминкә ойоштороу һәм башҡа саралар ҡаралған.
Әйткәндәй, “Рәхәттә”гә теләге булған һәр кем килә ала. Мәҙәни-күңел асыу, отоштар, бүләктәр һәм дискотека көтә.
Сараны ойоштороусы — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында «Ҡыйыҡтағы мунса» мунса комплексы.
Фото: https://vk.com/narahatefest
0+