8 июль – Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Ошо байрам алдынан «Башҡортостан» гәзите төркөмөндә «Илебеҙ даны – өлгөлө ғаиләләр» тигән конкурс үткәрелде. Унда районыбыҙҙың Мораҙым ауылынан уңған, рухлы һәм өлгөлө Илвира һәм Шамил Хәбибуллиндар ғаиләһе өсөнсө урын
яуланы. Улар дуҫтарына, туғандарына, таныштарына тауыш йыйыуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерә.
35 йылдан артыҡ татыу ғүмер кисерә Хәбибуллиндар ғаиләһе. Улар өс бала үҫтерҙе. Ҡыҙҙары Алмира – банк хеҙмәткәре, күңеленә психология йүнәлешен дә үҙ иткән ҡыҙ. Тормош иптәше Роберт менән ике бала үҫтерәләр. Ә улдары Илмир менән Салауат та ғаиләле, балалар үҫтерә. Береһе Благовещен, икенсеһе Өфөлә уңышлы эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр.
Хәбибуллиндар – ауылдың өлгөлө, бар яҡлап килгән ғаиләләренең береһе. Шамил Фәнил улы – тәжрибәле шофер, тыуған ауылы Мораҙымда нигеҙ ҡорған. Илвира Фәнил ҡыҙы күп йылдар инде балалар баҡсаһын етәкләй, оҫта ҡуллы, уңған хужабикә. Улар икеһе лә ауылдағы бар саралары уртаһында, икеһе лә моңло йырҙары менән әсир итәләр, етмәһә, ғаилә башлығы өҙҙөрөп гармунда ла уйнай.
Барлыҡ байрамдарҙа ла, ялдарында ла тиерлек балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә ваҡыт үткәрергә яраталар.
Ә беҙ уларҙы еңеү менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләгеҙгә именлек, татыулыҡ, уңыштар, бәхет, бәрәкәтле тормош юлдаш булһын, йортоғоҙ балалар, ейән-ейәнсәрҙәр менән тулы булып, шатлыҡта йәшәргә яҙһын!