Рух
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июль 2025, 14:50

Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә

Республикала парктар, скверҙар, йәйәүлеләр зоналары һәм башҡа йәмәғәт киңлектәре әүҙем яңыртыла.

Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә
Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә

Быйыл федераль һәм төбәк программаларын, шулай уҡ муниципаль һәм бюджеттан тыш сараларҙы файҙаланып, йөҙҙән ашыу объект төҙөкләндерелә.

«Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты һәм «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә 94 территория яңыртыла. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан Башҡортостан өсөн 1,1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Шулай уҡ IX Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңеү яулаған проекттар буйынса эштәр башланды. Уларҙы тормошҡа ашырыуға 500 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелде.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта яҙҙы һәм был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә иң мөһиме нимә икәнен аңлатты.

- Халыҡтың теләктәрен мотлаҡ тыңлайбыҙ. Был программаның талабы ғына түгел, ә принцип. Һәм беҙҙең эшебеҙҙә һәр ваҡыт кешеләрҙең фекерен тыңларға, ишетергә һәм иҫәпкә алырға тырышабыҙ. Улар бер ҡасан да битараф булмай һәм эштәрҙең нисек башҡарылыуын бик әүҙем күҙәтә. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса, иҫегеҙгә төшөрәм, төҙөкләндереү өсөн объекттар исемлеге тауыш биреү һөҙөмтәһендә төҙөлә.  
Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә
Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә
Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә
Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә
Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә
Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә
Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас