1967 йылда Сосланбәк Тавасиев эшләгән Салауат Юлаев скульптураһы-мөһабәт сәнғәт әҫәре. Ул суйындан эшләнгән, бейеклеге 10 метр һәм ауырлығы яҡынса 40 тонна.
Үткәрелгән экспертизалар буйынса, монумент авария хәлендә һәм ентекле реставрацияға мохтаж. Скульптурала ҡойоу элементтарының айырылған урындары бар, һөҙөмтәлә металл ярыҡтары һәм коррозияһы барлыҡҡа килгән. Постаменттың үҙендә ярыҡ плитәләр, кителгән фрагменттар, ҙур ышҡылған ерҙәре бар. Ҡурғандың тирә-яғы ергә һеңеп, елһенеъ процессына бирелгән. Шулай итеп, ремонт атлы һыбайлы скульптураһына ғына түгел, ә йыл һайын йылға яғына хәрәкәт иткән һәйкәл һәм хатта ҡурған торған пьедесталға ла талап ителә. Ремонт менән оҙаҡҡа һуҙыу бөтә һәйкәлдең емерелеү хәүефе менән янай.
Әҙерлек эштәре бара
Реставрация урынында подрядсы (Художество академияһы фонды, яуаплы С.Андриевский) әҙерлек эштәрен башланы. Ҡала халҡының именлеге өсөн һәйкәл эргәһендәге майҙан кәртәләнә.
- Хәҙер беҙҙә әҙерлек эштәре бара: тир-яҡ ябыла, һәйкәлгә юл һалына, төҙөлөш ҡаласығы урынлаштырыла. Артабан проект камиллаштырыласаҡ, заказсы – Өфө ҡалаһы ҡакимиәте тарафынан раҫланасаҡ. Бөтә эшмәкәрлегебеҙ киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртыласаҡ, күҙәтеү советы тарафынан бында ла, цехта ла контроль өсөн махсус майҙансыҡ ойоштороласаҡ. Әлеге ваҡытта ҡойма буйынса эштәрҙе субподрядсы башҡара.
Подряд ойошмаһы - Сәнғәт академияһы фонды вәкиле Ян Вәлишин.
Субподрядсы "Альбит" йәмғиәте бетон плиталар ҡуйыу һәм территория тирәләй тимер ҡоймаларҙы иретеп йәбештереү менән шөғөлләнә. Бөтә территория профнастил менән кәртәләнә, пленканы брусчатка өҫтөнә һалалар һәм ҡом һибәләр. Техника килеп етһен өсөн юл плитәһен һалалар. Шулай итеп төҙөлөш майҙансығын әҙерләйҙәр.
Эштең ниндәй этаптары планлаштырыла?
Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы Салауат Ҡолбахтин аңлатыуынса, бөтә реставрация эштәре өс этапта үтәсәк.
- Беренсе этап- әҙерлек, икенсе этап - Салауат Юлаев һәйкәле менән туранан-тура бәйле эштәр, уларҙың яҡынса башланыу ваҡыты-2025 йылдың сентябре-октябре, һәм улар (яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса) 2027 йылдың апрелендә тамамланасаҡ. Артабан өсөнсө этап буласаҡ – ул территорияны төҙөкләндереү. Төҙөлөш эштәре үткәрелгәндән һуң Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙан үҙгәртелә, фонтан һуңғы тапҡыр 2007 йылда ремонтлана. Шуға күрә 2027 йылдың октябрендә һәйкәлде һәм уның алдындағы биләмәне асыу тантанаһы буласағы хаҡында һөйләйбеҙ, - тип аңлатты ул.